«Известия» порталы
мәғлүмәттәре буйынса, Владимир Путиндың был матбуғат конференцияһы иҫәп буйынса 13-сө. Рәсәй лидеры журналистарҙың һорауҙарына дәүләт башлығы вазифаһына дәғүәсе (һайлауға партиянан йәки үҙ-үҙен тәҡдим итеүсе булараҡ барыуы хаҡында һуңыраҡ иғлан ителәсәк) сифатында тәүгә яуап бирә. 2017 йылда һайлау алдынан төп сәйәси ваҡиғаларҙың береһен яҡтыртыу өсөн киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең рекорд һаны – 1640 кеше аккредитация үткән. Улар араһында Рәсәйҙең федераль һәм төбәк баҫмалары хәбәрселәре, шулай уҡ Америка Ҡушма Штаттары, Бөйөк Британия, Германия, Япония, Словения, Ҡытай, Греция һәм башҡа ил журналистары.