Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2017, 11:18

Декабрҙең икенсе декадаһында республикала ниндәй һауа торошо көтөлә

Синоптиктар декабрҙең икенсе декадаһында республикала ниндәй һауа торошо көтөләсәген һөйләне. Рәсәй Гидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, республика биләмәһендә уртаса тәүлеклек температура 10-20 декабрҙә норманан 1-2 градусҡа юғары, республиканың көньяғында нормаға ярашлы булыуы көтөлә.
Был аҙнала төбәктә юғары баҫым өлкәһендә уртаса һыуыҡ һауа торошо фаразлана, урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ.
Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡыштың беренсе айында ҡар ята башланы. Әүҙемләшкән фронт зонаһында 4 декабрҙә республиканың төньяҡ райондарында 13 миллиметрға тиклем көслө ҡар яуҙы, ул бындағы ҡар ҡатламының артыуына килтерҙе. Республиканың көньяҡ яртыһында ҡар һуңыраҡ – 7 декабрҙә ятты.
Читайте нас: