Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2017, 12:24

Күкрәгемә ҡосһам сабыйымды...

Күкрәгемә ҡосһам сабыйымды...
Бөгөн демография мәсьәләһе тураһында уйланмаған кеше юҡтыр. Уны хәл итеү өсөн юғары инстанцияларҙа ла күп эштәр эшләнә – ишле, йәш ғаиләләргә, уҡыу йорттарында белем алыусы ата-әсәләргә ярҙам күрһәтеү өсөн төрлө социаль программалар ҡабул ителә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, статистика әлегә һис кенә лә ҡыуандырмай. Әммә ауылдарыбыҙҙа тормош ауырлыҡтарына зарланмаған һәм әллә ни ҙур ярҙамға ла өмөт итмәй, заманса йорттар һалып, көслө һәм сәләмәт балалар үҫтергән, уларҙы быуындан-быуынға күсә килгән халыҡ йолалары рухында тәрбиәләгән матур ғаилә парҙары байтаҡ. Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан Йосоповтар ғаиләһе – тап шундайҙарҙың береһе.
Гүзәлиә һәм Фәрхәт ғаиләләрендә өс бала тәрбиәләй. Тимур мәктәптә уҡый, Әлфинә балалар баҡсаһына йөрөй, ә иң бәләкәстәре Ильясҡа ни бары өс ай. Йәш әсә декрет ялында сабыйҙарын ҡараһа, ғаилә башлығы тыуған ауылдарында ҙур һәм иркен йортто төҙөп бөтөрөүгә бар тырышлығын һала.
Бына шундай уңған һәм эшһөйәр ғаиләләр күберәк булһын ине. Гүзәлиә кеүек күҙҙәренән яҡты нур һибелгән һылыу әсәләрҙең йөҙөнән бәхетле йылмайыу китмәһен, тормошобоҙҙо йәмләп, һау-сәләмәт сабыйҙар тыуып торһон. Шағир әйткәнсә, ҡатын-ҡыҙҙың бар асылы - әсә булыуҙа:
Күкрәгемә ҡыҫып ҡосһам,
Иҫерәм бәхетемдән.
Эй, Илаһым, яҙҙырмасы
Әсәлек тәхетемдән.
Байрам менән, һөйөклө әсәйҙәр!

Фәнүзә СУФИЯНОВА.
Читайте нас: