Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2017, 18:02

Газ баллондарын ҡулланғанда һаҡ булығыҙ

Һуңғы ваҡытта илебеҙҙә фатирҙарҙа тарттырып ҡуйылыусы тәүшәмдәр ҡуйғанда шартлау һәм янғын сығыу осраҡтары йышайҙы.
Уларҙы урынлаштырғанда йылылыҡ пушкаһы файҙаланыла, ул түшәм япмаһын кәрәкле температураға тиклем йылыта. Пушка шыйыҡландырылған газда эшләй һәм эш урынында һәр ваҡыт газ баллоны ҡулланыла, ә ул тирә-яҡтағылар өсөн хәүеф сығанағы булып тора.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, газ баллондары шартлау осраҡтары бөтә Рәсәй буйынса ғына түгел, беҙҙең республикала ла йыш теркәлә башланы. Мәҫәлән, быйыл ғинуар айында Белорет ҡалаһында квартирала шартлау һөҙөмтәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлдө, ике кеше йәрәхәтләнде. Татарстанда ла апрель айында шәхси йортта шундай уҡ хәл булды. Сентябрҙә Алтай крайында торлаҡ йортта газ баллоны шартлау һөҙөмтәһендә биш кеше зыян күрҙе, октябрҙә Краснодар крайында бер кеше һәләк булды, өс кеше йәрәхәт алды. Ноябрҙә Ижевскиҙа туғыҙ ҡатлы йортта көнкүреш газы шартлау һөҙөмтәһендә кешеләр һәләк булды.
Был күңелһеҙ статистиканы иҫәпкә алып, фатирҙа ремонт үткәргәндә газ баллондарын ҡулланмай башҡа хәүефһеҙерәк алымдарҙы һайлау тураһында уйланырға кәрәк. Тарттырып ҡуйылыусы түшәмдәрҙе монтажлағанда электр йылылыҡ пушкаларын файҙаланырға, йә булмаһа газ баллонын урамға ҡуйырға һәм газ килеү шлангыларын хәүефһеҙ һуҙыуға айырым иғтибар бүлергә кәрәк.
Газ тултырылған баллондарҙы күсереп йөрөткәндә, һаҡлағанда һәм файҙаланғанда айырыуса ҡышын хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеү талап ителә. Һәм уларҙы ҡулланғанда граждандар үҙҙәре хәүефһеҙлекте тәьмин итергә тейеш, сөнки был эш өсөн яуаплылыҡ тап уларға йөкмәтелә.
Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: