Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2017, 18:24

Башҡортостандан Ләйсән Золоторева «Зәңгәр ҡош» бөтә Рәсәй конкурсы финалына үтте

Учалы районының Яңы Байрамғол ауылынан «Зәңгәр ҡош» бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусы Ләйсән Золоторева проекттың финалына үтте. Туғыҙ йәшлек «оркестр» ҡыҙыҡай «Урал батыр» эпосынан өҙөк һәм «Сыңрау торна» башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы. Ул жюриҙе үҙенсәлекле тауышы һәм бер нисә музыка ҡоралында уйнау һәләте менән хайран ҡалдырҙы.
Ул һәм башҡа таланттар ҡатнашлығындағы тапшырыу сыҡҡандан һуң PTICA.TV сайтында тауыш биреү уҙғарылды. Оҡшаған ҡатнашыусы өсөн аҙна дауамында тауыш бирергә мөмкин булды.
Тамашасылар ике лидерҙы – Ләйсән Золотореваны һәм Варвара Гордееваны билдәләне. Тауыш биреү бик тулҡынландырғыс булды һәм ысын ярышҡа әйләнде. Йә берәүһе, йә икенсеһе атлығып сыҡты, уларҙың ижадын яратып өлгөрөүселәр бер тауышҡа юл бирмәҫкә тырышты.
Онлайн һәм смс-тауыш биреү йомғаҡтары буйынса ике йәш артист та бер иш тиерлек тауыш йыйҙы. Тапшырыуҙы ойоштороусыларҙың ҡарары һәм «Рәсәй» каналының уртаҡ фекергә килеүе буйынса ике ҡыҙ ҙа финалға үтте, тип хәбәр ителә проект сайтында.
Башинформ
Читайте нас: