

Камералар сүп-сар йыйыу өсөн бөтә майҙансыҡтарҙа ла бар һәм тәүлек әйләнәһенә эшләй. Был махсус бүленгән урындарҙан ситтә рөхсәтһеҙ ҡалдыҡтарҙы йыйыу осраҡтарын тиҙ арала асыҡлау мөмкинлеге бирәсәк.
Иғтибарығыҙҙы шуға йүнәлтәбеҙ: майҙансыҡ эргәһендәге территорияла сүп-сар, ағас ботаҡтары, үҫемлек һабаҡтары һәм ҡоро-һары үлән йыйыу тыйыла. Ҡағиҙәләрҙе боҙған кешеләр штраф рәүешендә административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Сүп-сар ҡалдыҡтарын сығарыуға һәм утилләштереүгә яуаплы ҡарауығыҙҙы һорайбыҙ. Был закон талаптарын үтәү генә түгел, ә күршеләрегеҙгә, уртаҡ йортобоҙға һәм уның тирә-яҡ мөхиткә ихтирам күрһәтеү мәсьәләһе лә.
Әйҙәгеҙ, бергәләп ауылыбыҙҙа таҙалыҡ, тәртип һаҡлайыҡ! Аңлашылмаусанлыҡтарҙан ҡотолоу өсөн туғандарығыҙға һәм таныштарығыҙға ла яңы ҡағиҙәләрҙе аңлатһағыҙ ине.