Картаға киләһе мәғлүмәт яҙыла:
— хужаһының исем-шәрифе;
— хәрби хәрәкәттәр ветераны таныҡлығының серияһы һәм номеры;
— ҡан төркөмө;
— яралары тураһында мәғлүмәт;
— фото.
Бындай таныҡлыҡ:
— федераль һәм төбәк түләүҙәре (аҡсалата тәьминәт, өҫтәмә түләүҙәр, командировка аҡсаһы һәм компенсациялар) алырға;
— төбәк ташламалары (йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү, һалым ҡайтармаһы, дарыуҙар өсөн түләү, торлаҡ өсөн ташламалар) алырға һәм файҙаланырға;
— тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн банк картаһы кеүек түләргә мөмкинлек бирә.
Электрон таныҡлыктың срогы юҡ һәм ул бөтә ил биләмәһеңдә ғәмәлдә. Пластик карта хәрби хәрәкәттәр ветеранының ҡағыҙ бланктағы таныҡлығын юҡҡа сығармай, ә уны тулыландыра.
Электрон таныҡлыҡ алыу өсөн:
1. Түбәндәге документтар менән банкҡа мөрәжәғәт итергә:
— Рәсәй гражданы паспорты;
— хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусының ҡағыҙ таныҡлығы.
2. Анкета һәм ғариза тултырырға.
Электрон таныҡлыҡ биреү ваҡыты — 7 көнгә тиклем.
Таныҡлыҡ-картаны алғандан һуң уны эшләтеп ебәрергә, йәғни банкоматҡа ҡуйып, банктан йәки СМС аша алынған ПИН-кодты индерергә кәрәк.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан