Әлшәй хәбәрҙәре
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
27 Май , 11:56

Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы тураһында барлыҡ мәғлүмәт

Ауырыһағыҙ - эшкә бармағыҙ, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ һәм ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы астырығыҙ.

Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы түбәндәге осраҡтарҙа асыла:

- ауырыһағыҙ йәки йәрәхәтләнһәгеҙ;
- сирле ғаилә ағзаһын ҡараһағыҙ;
- стационарҙан һуң шифаханала дауаланһағыҙ;
- хроник сирегеҙ көсәйгәндә.

Амбулатор дауаланыу ваҡытында эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы 15 календарь көнгә тиклем асыла. Әгәр сир оҙаҡҡа һуҙылһа, ул табиптар комиссияһы ҡарары буйынса оҙайтыла.

Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы 10 айҙан да артыҡ ваҡытҡа бирелмәй. Ҡайһы бер осраҡтарҙа, мәҫәлән, туберкулез менән ауырығанда, больничный 12 айға тиклем оҙайтыла. Сир аҙғанда инвалидлыҡ билдәләнгәнгә тиклем бирелә.

Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы 15 календарь көн һайын оҙайтыла. Билдәләнгән көндә табипҡа күренмәү түләү суммаһының кәмеүенә килтереүе ихтимал.

Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләү нисек башҡарыла?

Түләү суммаһы алдағы ике йыллыҡ уртаса эш хаҡының стажға ярашлы процентына тиң. Уртаса эш хаҡын иҫәпләү өсөн алдағы ике йылда страховка иғәнәләре индерелгән бөтә түләүҙәр суммаһын 730 көнгә бүлергә кәрәк.

Страховка стажына бәйле процент түбәндәгесә:
— 5 йылға тиклем — уртаса эш хаҡының 60 проценты;
— 5-8 йыл — 80 процент;
— 8 йылдан ашыу — 100 процент.

Ҡайһы бер осраҡтарҙа түләүҙәр күләме икенсе тәртиптә иҫәпләнә:

— 8 йәшкә тиклемге сирле баланы тәрбиәләгән осраҡта — стажға ҡарамай уртаса эш хаҡының 100 проценты күләмендә;
— страховка стажы 6 айҙан кәм булһа — пособие минималь эш хаҡы буйынса иҫәпләнә. Уның күләме Башҡортостанда 2024 йылда – 22 128,30 һум;
— табипҡа күренеү режимын боҙған осраҡта режимды боҙғандан һуң шулай уҡ минималь эш хаҡы күләмендә түләнә.

Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осорона аҡса түләнһен өсөн нимә эшләргә кәрәк:

Хеҙмәткәргә ғариза яҙыу талап ителмәй — Социаль фонд пособиеларҙы ғаризаһыҙ түләйәсәк. Эш биреүсегә автоматик рәүештә хеҙмәткәрҙең эшкә яраҡһыҙ булыуы тураһында белдереү килә.

Больничныйҙы япҡандан һуң Социаль фонд эш биреүсегә булған мәғлүмәттәр нигеҙендә пособиены иҫәпләп ебәрә. Эш биреүсе 3 көн эсендә мәғлүмәтте раҫларға йәки төҙәтмә индерергә бурыслы.

Социаль фонд ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса түләүҙе 10 көн эсендә күсерә.

Ауырыу бала тәрбиәләйһегеҙ икән, йылына нисә көн ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осорона аҡса түләнә:

– 7 йәшкә тиклемге баланы ҡарағанда – иң күбе 60 көн. Бала ауыр сир менән яфаланғанда – 90 көнгә тиклем;
– 7 йәштән 15 йәшкә тиклемге баланы ҡарағанда – 45 көнгә тиклем, әммә бер юлы 15 көндән артырға тейеш түгел;
– инвалид бала тәрбиәләгәндә – 120 көнгә тиклем.

8 йәштән өлкән ауырыу баланы тәрбиәләгән осраҡта:

— баланы амбулатор шарттарҙа дауалағанда — тәүге 10 календарь көнгә - страховка стажына ҡарап, ә артабанғы көндәргә — уртаса эш хаҡының 50 проценты күләмендә;
– баланы стационар шарттарҙа (көндөҙгө стационар шарттарында) дауалағанда бөтә осорҙа страховка стажына ярашлы түләнә.

15 йәштән өлкән баланы һәм башҡа сирле туған кешене тәрбиәләгәндә иң күбе 7 көн өсөн түләнә. Бер үк кешене тәрбиәләргә кәрәк булғанда йыл дауамында 30 көндән артыҡ осорға түләнмәй.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: