Күрһәтмәләр эске рейстарға ҡағыла. Уның ниндәйҙер пункттары ҡайһы бер аэропорттарҙа бер аҙ айырылырға мөмкин.
1. Сумаҙанығыҙҙы ентекләп ҡарап сығығыҙ.
Аэропортта уҡ ҡарап сығыу яҡшыраҡ — зыян һеҙҙең ғәйебегеҙ менән килеп сыҡмағанын иҫбатлау еңелерәк буласаҡ. Тәгәрмәстәре урынындамы, тотҡалары сығарыламы, корпусында киҫелгән, сыйылған йәки бәрелгән урындары юҡмы, йоҙаҡтары һәм молниялары тәртиптәме - тикшерегеҙ.
2. Зыян тураһында акт төҙөгөҙ.
Багаж эҙләү урынына барығыҙ йәки аэропорт хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итегеҙ. Улар багажды ҡарап сыҡҡандан һуң килтерелгән зыян тураһында ике данала акт төҙөйҙәр (береһе — һеҙгә). Актта барыһы ла теркәлгән булыуын тикшерегеҙ. Ошо ҡағыҙ менән һеҙ ташыусыға дәғүә белдерә алаһығыҙ.
3. Авиакомпанияға ҡарата дәғүә төҙөгөҙ.
Ғаризаны ирекле формала тултырығыҙ — датаһын, рейс номерын, транспорт маршрутын, ниндәй аэропортта зыянға иғтибар иткәнһегеҙ - шул аэропортты һәм багаж биркаһы номерын күрһәтегеҙ. Шулай уҡ электрон билеттың маршрут квитанцияһы, самолетҡа ултырыу талоны һәм акт күсермәләрен беркетегеҙ. Дефекттарҙы фотоға төшөрөгөҙ.
Әйберҙең хаҡын асыҡлағыҙ. Әгәр осҡанға тиклем тауарҙың иғлан ителгән ҡиммәтен күрһәткән булһағыҙ, суммаһын яҙығыҙ һәм хеҙмәттең хаҡы тураһындағы чекты беркетегеҙ. Булмаһа, шундай уҡ тауарҙың хаҡы тураһындағы чек йәки скриншот ярай.
4. Зыян тураһындағы актты, дәғүәне һәм дәлилдәрҙе авиакомпанияға тапшырығыҙ.
Быны түбәндәге ысулдар ярҙамында эшләргә мөмкин:
— әгәр аэропортта авиакомпания хеҙмәткәре менән бергә акт төҙөгән булһағыҙ, уның аша;
— авиакомпания почтаһы аша;
— авиакомпания сайтында кире бәйләнеш формаһы буйынса;
— тапшырыу тураһында белдереү ебәреүҙәрен һорап, заказлы хат менән.
Юғарыла һанап үтелгәндәрҙең барыһын да ярты йыл эсендә эшләргә кәрәк. Иң мөһиме, ҡулығыҙҙа аэропортта бирелгән зыян тураһындағы акт булһын.
Ғариза бер ай эсендә ҡараласаҡ. Әгәр дәғүәне хуплаһалар, аҡса күрһәтелгән банк реквизиттарына күсерелә.
Суммаһы — багаж хаҡы күләмендә, әммә уның бер килограмы өсөн 600 һумдан артыҡ түгел. Осор алдынан тауарҙың ҡиммәтен күрһәткән булһағыҙ, компенсация шул күләмдә буласаҡ.
Әгәр килтерелгән зыянды өйҙә йәки ҡунаҡханала күреп ҡалһағыҙ, килеп төшкән аэропортығыҙға һәм авиакомпанияға шылтыратығыҙ. Хәлде аңлатығыҙ, зыян тураһындағы ғаризаны һәм документтарҙың күсермәләрен ҡайҙа ебәрергә мөмкинлеген асыҡлағыҙ.
Шуныһы мөһим: килтерелгән зыян тураһында аэропортта уҡ акт төҙөмәһәгеҙ, ҡайһы бер авиакомпаниялар компенсация түләүҙән баш тарта.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан