Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
23 Май , 16:10

2024 йылдың 1 майынан 1 сентябренә тиклем контракт төҙөгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар бер тапҡыр бирелә торған түләү алырға мөмкин

2024 йылдың 1 майынан 1 сентябренә тиклем контракт төҙөгән һәм Башҡортостандан Махсус хәрби операцияла ҡатнашырға киткән кешеләр бер тапҡыр бирелә торған түләү алырға мөмкин. Радий Хәбиров ошо хаҡтағы указға ҡул ҡуйҙы.

Түләү күләме — 205 мең һум. Рәсәй Оборона министрлығы тағы 195 мең һум түләйәсәк.

Указ М.Шайморатов исемендәге батальонда һәм Башҡортостанда ойошторолған башҡа подразделениеларҙа хәрби хеҙмәт үтеү өсөн контракт төҙөгәндәргә ҡағылмай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәр:
- илдең хәрби ведомствоһының 117 берҙәм белешмә номеры буйынса;
- Ситуацион үҙәктең 122 номеры йәки + 7 (347) 218-19-19 һандары буйынса;
- «Минең документтарым» Күп функциялы үҙәк офистарында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алырға мөмкин.

Һайлап алыу пункты номеры: + 7 (347) 248-29-31.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте күрһәтелгән чат-ботта табырға мөмкин: vk.cc/cpMRvx.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: