Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
14 Май , 09:04

Университетта йәки колледжда теге йә был сәбәп буйынса уҡыуҙы дауам итеү ауыр булһа, нимә эшләргә?

Һеҙҙең академик ял алыу мөмкинлегегеҙ бар. Уны нисек юлларға – Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре аңлата.

Кем академик отпускыға хоҡуҡлы:
— белем алыу формаһының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, колледж, техникум һәм юғары уҡыу йорттары студенттары;
— курсанттар;
— аспиранттар;
— ординаторҙар, адъюнкттар һәм ассистент-стажерҙар.

Сәбәптәре ниндәй булыуы мөмкин:
— ауырыу;
— йөклөлөк;
— ғаилә хәле;
— хәрби хеҙмәт;
— финанс хәле.

Академик отпускыны нисек алырға:
— деканатҡа ғариза яҙығыҙ, сәбәбен һәм ваҡытын күрһәтегеҙ - ғаризаны юғары уҡыу йортонда шәхсән яҙырға йәки почта аша ебәрергә була;
— ғаризаға кәрәкле документтарҙы беркетегеҙ;
— мөрәжәғәтте ҡабул иткәндән һуң 10 көн эсендә ҡарар ҡабул ителәсәк.

Ниндәй документтар кәрәк:
— ауырығанда йәки йөклө булғанда – һаулыҡ торошо буйынса академик ялға китергә нигеҙ бармы-юҡмы - юғары уҡыу йорто поликлиникаһындағы медицина комиссияһы йәки университет менән килешеү төҙөгән муниципаль клиника ҡарар итә. Медицина ҡарарын уҡыу йортона тапшырырға кәрәк;
— армияла хеҙмәт итеү өсөн - хәрби комиссариаттан саҡырыу ҡағыҙы;
— башҡа осраҡтарҙа документтар исемлеген уҡыу йортонда асыҡлағыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: