Бындай күсермәлә:
- һеҙгә тәғәйенләнгән бөтә пенсиялар, пособиелар һәм башҡа ташламалар;
- һәр түләүҙең күләме һәм түләү ваҡыты;
- түләү алыусы һәм уның ниндәй категорияға ҡарауы;
- аҡсаның ҡайҙа һәм ҡасан килеүе тураһында мәғлүмәт бирелә
Документ:
- балаларға пособиелар юллау һәм ата-әсәнең береһенең түләү алмауын раҫлау өсөн ата-әсәгә;
- өҫтәмә матди ярҙам юллағанда дөйөм килемде раҫлау өсөн ғаиләләргә;
- дәүләт социаль стипендияһы тәғәйенләгәндә студенттарға;
- түләү алыусыларға кәрәк булыуы ихтимал.
Күсермәне билдәле бер осорға Дәүләт хеҙмәттәренән заказ биреп алырға мөмкин: vk.cc/csuwl8. Ғариза ебәрелгәндән һуң һөҙөмтә шунда уҡ шәхси кабинетҡа килә. Документты күсереп алырға йәки электрон почта аша ебәрергә мөмкин.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан