Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
26 Февраль , 09:30

Капиталь ремонт өсөн түләнгән сығымға компенсацияны нисек юлларға?

Капиталь ремонт өсөн компенсацияны нисек юлларға — Башҡортостан Республикаһы буйынса Күп функциялы үҙәк белгестәре аңлата.

Түләнгән сумманы тулыһынса ҡайтарыу өсөн кемдәр мөрәжәғәт итә ала:
- 80 йәше тулған яңғыҙ йәшәгән эшләмәгән милекселәр;
- 2018 йылдың 31 декабренә ҡарата пенсия тәғәйенләү шарттарына ярашлы эшләмәгән граждандар йәки эшләмәгән I-се йәки II-се төркөм инвалидтары менән бергә йәшәгән 80 йәше тулған милекселәр.

Кемдәр түләнгән сумманың 50 процентын кире ҡайтара ала:
- 70 йәше тулған яңғыҙ йәшәгән эшләмәгән милекселәр;
- 2018 йылдың 31 декабренә ҡарата пенсия тәғәйенләү шарттарына ярашлы эшләмәгән граждандар йәки эшләмәгән I-се йәки II-се төркөм инвалидтары менән бергә йәшәгән 70 йәше тулған милекселәр.

Ниндәй документтар кәрәк:
- ғариза биреүсенең һәм ғаилә ағзаларының паспорттары;
- ғаилә ағзаларының шәхси мәғлүмәттәрен эшкәртеүгә ризалыҡ;
- банк реквизиттары.

Компенсация республика биләмәһендәге күп фатирлы йортта урынлашҡан бер генә торлаҡ бинаға бирелә.

Әгәр кешенең һуңғы 3 йылда түләнмәгән бурысы булһа һәм ул суд акты менән раҫланһа, компенсация түләнмәй.

Кеше Башҡортостанға Рәсәйҙең икенсе субъектынан күсеп килһә, алдағы йәки әлеге айҙа капиталь ремонт өсөн иғәнә иҫәпләнгән осраҡта ғына компенсация ғариза теркәлгән айҙан тәғәйенләнә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: