Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
14 Февраль , 15:34

Башҡортостанда «ИнформУИК» проекты старт ала

2024 йылдың 17 февраленән 7 мартына тиклем участка һайлау комиссиялары ағзалары республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарын урап сығасаҡ. Был халыҡҡа Рәсәй Президентын һайлау тураһында хәбәр итеү өсөн кәрәк.

Һайлау комиссияһы ағзаһын еңел генә танырға мөмкин:
• зәңгәр яҙыулы өҫ-кейеме кейгән;
• зәңгәр туҡыманан сумка-шоппер;
• күкрәккә таға торған билдәһе бар.

Комиссия ағзаһы үҙе менән:
• исем-шәрифе яҙылған, зәңгәр мисәт һуғылған һәм участка һайлау комиссияһы рәйесе ҡул ҡуйған һайлау комиссияһы ағзаһы таныҡлығын;
• «ИнформУИК» ҡушымтаһы булған телефон;
• мәғлүмәт материалдарын йөрөтөргә тейеш.

Комиссия ағзалары анкеталағы һорауҙарҙы бирә һәм мәғлүмәттәрҙе мобиль ҡушымтаға индерә. Был һеҙҙең бер нисә минут ваҡытығыҙҙы аласаҡ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: