Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
13 Февраль , 15:34

Балалар өсөн янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре

Көтмәгәндә өйҙән сығып китергә һәм баланы ваҡытлыса яңғыҙ ҡалдырырға кәрәк икән, тәүҙә янғын хәүефһеҙлеге хәстәрләгеҙ. Шулар хаҡында Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һөйләй.

1. Балаға тотонорға ярамаған бөтә нәмә бала ала алмаҫлыҡ урында булырға тейеш.

2. Фатирҙан сыҡҡанда электр һәм газ приборҙарын һүндерегеҙ.

3. Күренеп торған урында 112 телефон һандарын яҙығыҙ һәм ашығыс хәл булғанда ғына шылтыратырға кәрәклеген балаға аңлатығыҙ.

4. Балаларға янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре һәм төтөн сыҡҡан осраҡта нисек эш итергә кәрәклеге тураһында һөйләгеҙ:
- розеткалар һәм ут менән уйнамаҫҡа;
- сымдарға һәм электр приборҙарына еүеш ҡул менән тотонмаҫҡа;
- ҡабыҙылған электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа;
- төтөн сыҡһа, туҡыманы һыулап, танауҙы ҡаплап, фатирҙан сығырға. Йорттан сыҡҡанда эйелеп, мотлаҡ баҫҡыс буйлап хәрәкәт итергә кәрәк. Янғын һәм төтөн ваҡытында лифт менән файҙаланыу тыйыла!

5. Һуҙылып сыҡҡан электр шнурҙарын алығыҙ, розеткаларға тығындар ҡуйығыҙ.

6. Бала менән даими рәүештә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡабатлағыҙ. Балаларҙы нимәгәлер өйрәткәндә иң яҡшы ысул – үҙ миҫалыңда күрһәтеү.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл булғанда 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: