Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
31 Ғинуар , 14:37

Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға ғаризалар 2024 йылдың 1 февраленә тиклем ҡабул ителә

2024 йылдың 1 февраленә тиклем Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға ғариза бирергә мөмкин. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре ошо хаҡта аңлатма бирә.

Ғаризала имтихан бирергә ниәтләгән уҡыу предметтарын һанап үтергә кәрәк. Предметтарға сикләү юҡ.

2024 йылда мәктәпте тамамлаусылар уҡыу урыны буйынса ғариза яҙа. Үткән йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары һәм колледж студенттары имтихан тапшырыу өсөн теркәлеү урындарында ғариза яҙырға тейеш: vk.cc/cueNhq.

БДИ-ға ғаризаны имтиханда ҡатнашыусы шәхсән йәки уның ата-әсәһе (законлы вәкилдәре) бирә, шул уҡ ваҡытта шәхесте раҫлаусы документ булырға тейеш. Шәхесте раҫлаусы документы һәм ышаныс ҡағыҙы булғанда, вәкәләтле кешеләре лә ғариза яҙа ала.

Имтиханда мөмкинлектәре сикләнгән ҡатнашыусылар өҫтәлмә рәүештә психологик-медицина-педагогик комиссия тәҡдимдәренең төп нөсхәһен йәки раҫланған күсермәһен килтерә. Имтиханда ҡатнашыусы инвалидтар, атап үтелгән комиссия тәҡдимдәренән тыш, инвалидлыҡ тураһындағы белешмәнең төп нөсхәһен йәки раҫланған күсермәһен күрһәтә.

Үткән йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары - белем тураһындағы документтарының төп нөсхәһен йәки уларҙың билдәләнгән тәртиптә раҫланған күсермәһен, колледж студенттары ағымдағы уҡыу йылында урта дөйөм белем биреү программаһын үҙләштереүҙе йәки үҙләштереүҙе тамамлауҙы раҫлаған белешмә килтерә.

2024 йылдың 1 февраленән һуң документтар менән раҫланған етди сәбәптәр булғанда ғына ғариза бирергә мөмкин. Был осраҡта Башҡортостан Республикаһының Дәүләт имтихандар комиссияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк: 450077, Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2, 106-сы, 105-се бүлмәләр. Тейешле имтихан башланыуға ике аҙнанан да һуңға ҡалмайынса ғариза бирелергә тейеш.

Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса белешмәләр өсөн ҡыҙыу линия: 8 (347) 218-03-81, 8 (347) 218-03-28

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: