Ҡыйыҡтарҙы, ишек баштарын һәм балкондарҙы ҡар һәм боҙбармаҡтарҙан таҙартыу өсөн идара итеүсе ойошма яуаплы.
Торлаҡ фондын техник файҙаланыу ҡағиҙәләре һәм нормалары буйынса, ҡыйыҡ боҙ ҡатламынан һәм боҙбармаҡтан кәрәк булған һайын таҙартылырға тейеш.
Түбәндәгеләрҙән тыш, йомшаҡ ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартмайҙар:
- һыу ағымы системаһы тышҡа урынлаштырылған рулонлы ҡыйыҡтарҙың улаҡтары,
- бөтә төр ҡыйыҡтарҙан, балкон һәм ишек баштарынан төшөп торған ҡар һәм боҙ ҡатламы.
Һыу ағыҙыу системаһы тышта урынлаштырылған осраҡта ҡыйыҡты даими ҡарҙан таҙартып торорға кәрәк. Ҡар ҡатламы 30 сантиметрҙан артыҡ йыйылырға тейеш түгел. Йылыта башлағас, ҡарҙың ҡалынлығына ҡарап тормайынса, уны таҙартырға кәрәк.
Өҫтәмә һорауҙар менән Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының белешмә хеҙмәтенә +7 (347) 294-94-00 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан