-2 °С
Ҡар
Поликлиникаларҙа врачтар сәғәт 8-ҙән 17:00 сәғәткә тиклем ҡабул итәсәк. Врачты өйгә саҡырыу 16:00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.
Дарыуға рецепттарҙы 2023 йылдың 30 декабрендә, 2024 йылдың 1 ғинуарынан 6-һына тиклем һәм 8 ғинуарҙа алырға мөмкин. Быны өйҙә лә, поликлиникала ла эшләргә мөмкин.
Профилактик медицина тикшереүе һәм диспансеризация 2024 йылдың 1 ғинуарынан 6-һына тиклем, шулай уҡ 8 ғинуарҙа сәғәт 8-ҙән 17:00 сәғәткә тиклем үткәреләсәк.
Стационарҙар һәм ашығыс медицина ярҙамы станциялары тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк.
Һау булығыҙ!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан