Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
26 Декабрь 2023, 10:12

Буласаҡ пенсия күләмен нисек белергә?

Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре аңлата.

Социаль фонд сайтында калькулятор бар (https://vk.cc/cpUf2L). Киләсәктә тәғәйенләнәсәк пенсияның яҡынса күләмен иҫәпләү өсөн Дәүләт хеҙмәттәре аша авторизация үтегеҙ.

Пенсияны иҫәпләү формулаһы:
Страховка пенсияһы = Пенсия коэффициенттары суммаһы х Пенсия тәғәйенләнгән көндәге бер пенсия коэффициентының хаҡы + Билдәләнгән түләү.

2024 йылда билдәләнгән түләү күләме – 8134,88 һум,
пенсия коэффициентының хаҡы – 133,05 һум.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, страховка пенсияһы – пенсия балына, ә уның һаны стажға һәм эш хаҡына бәйле. 2024 йылда 28,2 пенсия балы һәм 15 йыл страховка стажы тупларға кәрәк. Тупланған пенсия граждандың йәки уның эш биреүсеһенең дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондындағы шәхси иҫәпкә күсерелгән иғәнәләр күләменә бәйле.

2024 йылдағы страховка пенсияһы тураһында тулыраҡ ошонда уҡығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: