1. Пенсия йәшенә етеү:
- ирҙәр өсөн —63 йәш,
- ҡатын-ҡыҙҙар өсөн — 58 йәш.
2. Страховка стажы - кәмендә 15 йыл.
Стаж страховка иғәнәләре түләнгән рәсми эшләү осоронан һәм башҡа ҡайһы бер осорҙарҙан йыйнала.
3. Шәхси пенсия коэффициенттары (ИПК) - кәмендә 28,2.
Шәхси пенсия коэффициенттары дәүмәле рәсми эш хаҡына һәм түләнгән страховка иғәнәләре күләменә бәйле. Иғәнәләрҙе шулай уҡ ҡайһы бер страховкаланмаған осорҙар өсөн дә иҫәпләйҙәр. Мәҫәлән, 1,5 йәшкә тиклемге баланы тәрбиәләгән, инвалидты, 80 йәштән өлкән кешене ҡараған өсөн дә түләнә.
Күп балалы әсәйҙәр, педагогтар, медицина хеҙмәткәрҙәре, Алыҫ Төньяҡта эшләүселәр һәм билдәле бер эшмәкәрлек төрҙәре менән шөғөлләнеүселәр ваҡытынан алда хаҡлы ялға сыға ала. Һәр категория өсөн - стажға һәм йәшкә ҡарата үҙенең талаптары бар.
Стажығыҙҙы һәм пенсия коэффициенттарығыҙҙы Дәүләт хеҙмәттәрендә тикшерә алаһығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан