Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
20 Декабрь 2023, 12:16

Күп фатирлы йортто ҡасан ремонтлауҙарын ҡайҙан белергә?

Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт торлаҡ-төҙөлөш күҙәтеүе белгестәре яуап бирә.

Республикалағы «Күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте капиталь ремонтлау буйынса төбәк операторының» рәсми сайтында махсус эҙләү системаһы бар.

Системаға адрестың бер өлөшөн яҙырға (мәҫәлән, Өфө, Менделеев урамы, 1) һәм барлыҡҡа килгән исемлектән кәрәкле йорттоң адресын һайларға кәрәк.

Эҙләү өсөн һылтанма: https://vk.cc/ctknGQ

Йорттарҙы капиталь ремонтлауға бәйле һорау менән «Төбәк операторы»ның ҡыҙыу линияһына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: 8-800-775-69-77.

Шулай уҡ түбәндәге һылтанмалар буйынса мәғлүмәт менән танышығыҙ:
Подъезда йыйыштырыу нормалары
Балкондарҙы һәм лоджияларҙы быяла менән ҡаплау тураһында нимә белергә кәрәк
Капиталь ремонт өсөн кем түләмәҫкә хоҡуҡлы?

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: