Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
18 Декабрь 2023, 17:20

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә республика ярҙам саралары

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн дүрт тиҫтәгә яҡын ярҙам сараһы ғәмәлдә.

Мәҫәлән, махсус хәрби операция яугирҙәренең балалары, аттестаттың уртаса балына ҡарамаҫтан, колледжда бушлай уҡый ала. Әгәр имтихандар биреү күҙ уңында тотолһа, ыңғай һөҙөмтәләр генә кәрәк. Әгәр бала коммерция төркөмө студенты икән, уны бушлай уҡыуға күсерәләр. Әгәр һөнәр буйынса бюджет урындары булмаһа, уҡыу өсөн сертификат менән түләйҙәр.

Документтарҙан ғариза, хәрби комиссариаттан белешмә һәм яугир менән туғанлыҡ дәрәжәһен раҫлаусы белешмә кәрәк.

Ярҙам саралары тураһында тулы мәғлүмәт - һылтанма буйынса: https://vk.cc/ctghAQ. Шулай уҡ чат-бот менән файҙалана алаһығыҙ: https://vk.cc/cpMRvx

Түбәндәге мәғлүмәт менән дә танышығыҙ:
- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн төбәк ташламалары
Башҡортостандың Ситуация үҙәгендә хәрби хеҙмәт тураһындағы һорауҙарға контракт буйынса граждандарҙы һайлап алыу пункты хеҙмәткәрҙәре яуап бирә

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: