Быны нисек эшләргә – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығы белгестәре аңлата.
Килешеү төҙөү өсөн мөһим шарттар: һатыусы һәм һатып алыусы 18 йәштән өлкән, Дәүләт хеҙмәттәрендә раҫланған иҫәп яҙмаһы булыу һәм килешеүгә дистанцион ҡул ҡуйыу өсөн «Дәүләт асҡысы» ҡушымтаһын телефонға күсереп алыу. Автомобиль ЮХХДИ-ла һатыусы исеменә теркәлгән булырға тейеш.
Һатыусының ғәмәлдәре:
1. «Транспорт сараһын һатып алыу-һатыу килешеүе» хеҙмәтендә «аккредитив менән" иҫәпләшеү ысулын һайлағыҙ.
2. Килешеүҙе тултырығыҙ. Күпселек мәғлүмәттәр автоматик рәүештә ҡуйыла.
3. Һатып алыусы тураһында мәғлүмәт индерегеҙ: исем-шәрифен һәм паспорт мәғлүмәттәрен күрһәтегеҙ.
4. Ризалыҡ алыу маҡсатында килешеүҙе һатып алыусыға ебәрегеҙ.
Һатып алыусының ғәмәлдәре:
1. «Белдереү» бүлегендә килешеү проектын табығыҙ.
2. Аккредитив асыу мөмкинлеге булған банкты һайлағыҙ. Һеҙ ул банктың клиенты булырға тейешһегеҙ.
3. Килешеүҙәге мәғлүмәттәрҙе тикшерегеҙ.
4. 24 сәғәт эсендә уны ҡул ҡуйырға ебәрегеҙ.
5. Аккредитивты асығыҙ. Артабан нимә эшләргә кәрәклеге тураһында банк мәғлүмәт ебәрәсәк.
Һатып алыусы аккредитивты асҡас, «Дәүләт асҡысы» ҡушымтаһында килешеү барлыҡҡа килә. Яҡтар уға 24 сәғәт эсендә ҡул ҡуйырға тейеш.
5 көн эсендә һатып алыусы автомобилде ЮХХДИ-ла иҫәпкә ҡуйырға тейеш. Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре аша бирергә мөмкин. Банк һатып алыусының аҡсаһын махсус иҫәптә тота. Һатыусы аҡсаны ЮХХДИ-ла автомобиль теркәлгәндән һуң аласаҡ.
Әгәр автомобилде теркәүҙән баш тартһалар, банк һатып алыусыға аккредитивты оҙайтырға йәки килешеүҙе кире алырға тәҡдим итә.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан