Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
6 Декабрь 2023, 15:08

2023 йылдың 7 декабрендә махсус хәрби операция ветерандары һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары өсөн «Ярҙам поезы» Бәләбәйгә юллана

Консультациялар үткәреү ваҡыты: сәғәт 11-ҙән 14:00 сәғәткә тиклем Адресы: Әмиров урамы, 10А (Үҙәк мәҙәниәт һарайы).

Можтаждарға йәшәү урыны буйынса тейешле социаль һәм юридик ярҙам күрһәтеү маҡсатында ярҙам акцияһын @«Ватан һаҡсылары» фонды филиалы ойоштора. Осрашыуҙа шулай уҡ психологтар, нотариустар, банк хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа белгестәр консультациялар үткәрә.

Алдан яҙылыу талап ителмәй.

Өҫтәмә һорауҙарҙы 8 (347) 268-01-02 телефоны буйынса асыҡларға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика менән идара итеү үҙәге махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тәғәйенләнгән төбәк ярҙам саралары буйынса чат-бот булдырҙы. Унда түләүҙәр һәм ташламалар тураһында тулы мәғлүмәт табырға мөмкин: https://t.me/MPodderzhkiBashkortostanBot

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: