Хәрби хәрәкәттәр һөҙөмтәһендә һәләк булған йәки алған йәрәхәттәрҙән, ауырыуҙан мәрхүм булған осраҡта — ер биләмәһен уларҙың ғаиләһе (ҡатыны һәм бәлиғ булмаған балалары, улар булмаған осраҡта — ата-әсәһе) алырға хоҡуҡлы.
Ташлама алыу өсөн республика биләмәһендә яугирҙең йәшәгән йәки торған урыны буйынса хакимиәткә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Иғтибар итегеҙ, ташлама алыусыларҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип таныу мотлаҡ түгел, шулай уҡ уларға тейешле муниципаль районда йәки ҡала округында кәмендә өс йыл даими йәшәргә тейеш тигән ҡағиҙә ҡағылмай.
Ордендар исемлеге һәм тасуирламаһы — Рәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылдың 7 сентябрендәге 1099-сы указында: https://vk.cc/csISM2
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан