Мутлашыусылар кешеләргә, йәнәһе, профилле ведомствонан шылтыратыуҙары тураһында иҫкәртеп, уларҙың етәкселәре исеменән хат яҙа йәки башҡа ойошма хеҙмәткәрҙәренә хәбәр ебәрә. Уларҙың күрһәтмәләре буйынса эш итергә һәм әңгәмә хаҡында бер кемгә лә һөйләмәҫкә кәңәш итәләр.
Һуңынан билдәһеҙ номерҙан шылтыратып, төрлө һылтау менән шәхси мәғлүмәтте белергә тырышалар. Енәйәтселәр был осраҡта, кеше «етәксеһенең» үтенесен кире ҡаҡмаҫ, тип уйлап эш итә.
Бындай мөрәжәғәттәргә ышанмағыҙ һәм кемдеңдер шылтыратыуы буйынса аҡса менән эш итмәгеҙ. Әгәр шундай үтенес менән мөрәжәғәт итһәләр, был кешенең ысынлап һеҙҙең таныш булыуына инаныу яҡшыраҡ.
Һаҡ булығыҙ! Яңы схема тураһында таныштарығыҙға һөйләгеҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан