Уңайлылыҡ өсөн бындай пассажирҙарға махсус хеҙмәттәр тәҡдим ителә: ҡаршы алыу, оҙатып йөрөү, багаж килтереү, поездың килеүен көтөп тороу өсөн урын хәстәрләү, поезға ултырғанда һәм төшкәндә ярҙам итеү, кресло-коляска йәки носилкалар биреү. Вокзал махсус ҡоролмалар һәм ҡулайламалар — киң ишек үткәүелдәре, пандустар һәм инвалид-коляскалылар өсөн лифттар менән йыһазландырылған.
Билет кассаларының тәҙрәләре түбәндә урынлаштырылған, ә насар ишетеүселәр менән һөйләшеү өсөн кассирҙарҙың махсус «пассажир-кассир» һөйләшеү ҡоролмаһы бар.
Һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн вокзал биләмәһендә тактиль иҙән күрһәткестәре һәм Брайль шрифты менән яҙылған мәғлүмәт таҡталары ҡуйылған.
→ Дауамы
Хеҙмәттәрҙең барыһы ла бушлай күрһәтелә.
Ярҙам алыу өсөн Юл йөрөүгә булышлыҡ итеү үҙәгенә ғариза бирергә кәрәк: 8 (800) 775-00-00 (тәүлек әйләнәһенә эшләй).
Үҙәк хеҙмәттәре тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте сайтында: https://vk.cc/crp7au
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан