Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
16 Ноябрь 2023, 10:09

Балаға медицина тикшереүен нисә тапҡыр үтергә кәрәк

Даими медицина тикшереүе баланың һаулығын күҙәтергә һәм етди сирҙәргә юл ҡуймаҫҡа ярҙам итә. Мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса бушлай яҡшы врачтарҙа тикшерелергә мөмкин. Нисә тапҡыр тикшереү үтергә кәрәк — Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре аңлата.

Бер йәшкә тиклемге сабыйҙар — ай һайын. Уларҙы педиатр, невролог, балалар хирургы һәм офтальмолог ҡарай. Был осорҙа табиптарҙың төп бурысы — баланың нисек үҫешеүен, патология билдәләренең булмауын күҙәтеү. Ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларын, йөрәкте, янбаш-аяҡ быуындарына ультратауыш һәм башҡа тикшереүҙәр үткәрәләр.

Бер йәштән ике йәшкә тиклемгеләр — өс айға бер тапҡыр. Балаға 1 йәш тулғанда уға педиатрға, неврологҡа, балалар хирургына, оториноларингологҡа, травматолог-ортопедҡа, офтальмологҡа барып, киңәйтелгән медицина тикшереүе үтергә тура киләсәк. Шулай уҡ, тәҡдим ителгән минимумға ҡан һәм бәүел анализдары, электрокардиография инә.

Ике йәштән өс йәшкә тиклемгеләр — ярты йылға бер тапҡыр. 2 йәштә балалар стоматологына һәм балалар психиатрына барыу мөһим. Шулай уҡ, ата-әсәләргә баланың психик яҡтан үҫешендәге тайпылыштарҙы йәки уларҙың барлыҡҡа килеү хәүефен асыҡлау өсөн анкета үтергә тәҡдим итеүҙәре ихтимал.

Өс йәштән башлап — йылына бер тапҡыр. Балаға педиатр, невролог, балалар хирургы, балалар стоматологы, офтальмолог, оториноларинголог менән осрашырға кәрәк. Ҡыҙҙарға — акушер-гинекологҡа, малайҙарға балалар уролог-андрологына барырға кәрәк. Исемлектә бәүел һәм ҡан анализдары бар.

8 һәм 9 йәштә йылына бер тапҡыр педиатр һәм стоматологҡа күренергә кәңәш ителә. Балаға 10 йәш тулғас, был исемлекте невролог, офтальмолог, эндокринолог, травматолог-ортопед тулыландыра. Шулай уҡ ҡан һәм бәүелгә анализ үткәрергә кәрәк.

11-12 йәшлек уҡыусылар өсөн педиатр һәм стоматологҡа барыу менән эш сикләнә, ә 13 йәштә шуның менән бер рәттән офтальмологҡа ла күренергә кәрәк.

14 йәштән стоматолог һәм невролог, педиатр, балалар стоматологы, балалар уролог-андрологы йәки акушер-гинекологы, психиатр консультациялары кәрәк.

15 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәргә йыл һайын педиатр, балалар хирургы һәм стоматологы, баланың енесенә ҡарап, уролог-андролог йәки акушер-гинеколог, балалар эндокринологы, невролог, травматолог-ортопед, офтальмолог, оториноларинголог, психиатр менән осрашырға кәңәш ителә. Тикшереүҙәр исемлеге генә айырыла: дөйөм ҡан һәм бәүел анализы күрһәткестәрен йыл һайын контролдә тоторға кәрәк булһа, 15 һәм 17 йәштә, шуларға өҫтәп, электрокардиография, ә 15 йәштә ҡорһаҡ ҡыуышлығы һәм бөйөр ағзаларына ультратауыш тикшереүен үтеү зарур.

Табипҡа яҙылыу ысулдарын ошонда аңлаттыҡ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: