Әлшәй хәбәрҙәре
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
13 Ноябрь 2023, 13:40

Башҡортостанда йәшәү минимумы артасаҡ

2024 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда йәшәү минимумы 8,7 процентҡа артасаҡ.

2024 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда йәшәү минимумы 8,7 процентҡа артасаҡ һәм:

йән башына — 13 753 һум,
эшкә һәләтле халыҡ өсөн — 14 991 һум,
пенсионерҙар өсөн — 12 530 һум,
балалар өсөн 13 340 һум тәшкил итәсәк.

Был нимәгә йоғонто яһай — Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова аңлатты:

«Йәшәү минимумы күләме мохтажлыҡты баһалағанда кешене аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына индереү өсөн ҡулланыла. Бынан тыш, социаль түләүҙәр күләме йәшәү минимумына бәйле — балалары булған мохтаж ғаиләләргә түләүҙәр йәшәү минимумына ҡарап түләнә».

 Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары: https://vk.cc/cskfvs

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: