Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
13 Ноябрь 2023, 10:40

Балалары булған ир-егеттәр алырға хоҡуҡлы түләүҙәр тураһындағы яҙманы дауам итәбеҙ

Өҫтәмә һорауҙар менән берҙәм контакт-үҙәктең 8 (800) 1-00000-1 телефоны буйынса йәки Рәсәй Социаль фондының клиент хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

📌 Өс йәшкә тиклемге баланы ҡарау өсөн айлыҡ түләү

Өс йәшкә тиклемге балаға әсәлек капиталы аҡсаһынан айлыҡ түләү алырға мөмкин. Бының өсөн ғаиләнең килеме йән башына ике төбәк йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш. Түләүҙе әсәлек капиталы сертификатына эйә булған ата-әсә алырға мөмкин.

📌 Бала ҡарау буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы

Әгәр бала ауырыһа, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын әсә кеше генә түгел, башҡалар ҙа юлларға мөмкин. Был ғаиләнең теләһә ниндәй ағзаһы, туғаны, опекуны йәки попечителе булырға мөмкин (шул уҡ ваҡытта кеше эшкә урынлашҡан булырға тейеш).

📌 Бала ҡарау буйынса айлыҡ түләү

18 йәшкә тиклемге инвалид баланың йәки тыумыштан I төркөм инвалидының ата-әсәһенең береһенә ай һайын 10 000 һум күләмендә түләү билдәләнергә мөмкин — был осраҡта ул эшкә яраҡлы булһа ла эшләмәй, бала тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Тәрбиә осоро страховкаһыҙ осор булараҡ стажға иҫәпләнә, уның өсөн 1,8 пенсия коэффициенты иҫәпләнә.

📌 Ваҡытынан алда пенсия

8 йәшкә тиклем инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәнең береһе ваҡытынан алда пенсияға хоҡуҡлы. Был хоҡуҡтан атаһы файҙаланып, 55 йәшендә пенсияға сыға (уның стажы 20 йылдан кәм булмаҫҡа тейеш), шул уҡ ваҡытта был хоҡуҡ менән баланың әсәһе файҙаланмаған булырға тейеш.

📌 Тәрбиәләге кеше өсөн өҫтәмә түләү

Әгәр пенсионер ата-әсә ҡарамағында эшкә һәләтһеҙ ғаилә ағзаһы (бәлиғ булмаған бала йәки 23 йәшкә тиклемге көндөҙгө бүлектә уҡыусы студент) булһа, уларҙың береһенә арттырылған пенсия ҡаралған. Тәрбиәләнеүсе өсөн өҫтәмә түләүҙе әсәһе лә, атаһы ла алырға хоҡуҡлы.

Өҫтәмә һорауҙар менән берҙәм контакт-үҙәктең 8 (800) 1-00000-1 телефоны буйынса йәки Рәсәй Социаль фондының клиент хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин, адрестар түбәндә күрһәтелгән: https://vk.cc/cseEuV

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: