Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
9 Ноябрь 2023, 15:12

Хәҙер Дәүләт хеҙмәттәрендә паспорттың ысын булыу-булмауын тикшерергә мөмкин

Дәүләт хеҙмәттәрендә яңы сервис барлыҡҡа килде — уның ярҙамында паспорттың ысын булыу-булмауын тикшерергә мөмкин.

Был опция һеҙҙең алда ниндәй кеше икәнде билдәләр өсөн кәрәк. Мәҫәлән, килешеү төҙөү алдынан уның кәрәге сығыуы бар.

Әгәр паспорт ысын булһа, «ысын» статусы барлыҡҡа килә. Ысын булып та тотоноу ваҡыты үткән икән — «ғәмәлдән сыҡҡан», әгәр ялған булһа «мәғлүмәттәр табылмай» статусы күренә.

Паспорттың ысын булыу-булмауын тикшереү өсөн Дәүләт хеҙмәттәрендә сервисты https://vk.cc/cs79GL асырға, паспорт серияһын һәм номерын, документта күрһәтелгән исем һәм фамилияны индерергә кәрәк. Артабан «Дауам итергә» төймәһенә баҫырға.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: