Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
7 Ноябрь 2023, 14:40

Төбәктә ялған банкноталар һаны 3 тапҡырға кәмегән

Аҡсаның ысынмы-ялғанмы икәнен белер өсөн уны кәм тигәндә өс билдә буйынса тикшерергә кәрәк. Аҡсаны яҡтыға ҡуйып, тотоп ҡарап һәм бер яҡҡа ауыштырып ҡарарға мөмкин.

Башҡортостан буйынса Милли банк мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылдың 9 айында республиканың банк системаһында 45 ялған купюра табылған. Был 2022 йылдың ғинуар – сентябрь айҙарына ҡарағанда өс тапҡырға кәмерәк. Ул саҡта 148 ялған аҡса булған.

Төбәктә асыҡланған ялған аҡсаларҙың күпселеге эре номиналдағы банкноталар:
биш меңлектәр - 28, бер меңлектәр 11 һәм ике меңлектәр 5 данала.

Рәсәй буйынса уртаса алғанда асыҡланған ялған аҡсаларҙың структураһы бер төрлө. Тәүге урында – биш меңлек, артабан - мең һумлыҡ һәм ике меңлек банкноталар. Ил буйынса ялған банкноталар һаны бер нисә йыл рәттән кәмей. Әгәр 2021 йыл йомғаҡтары буйынса әйләнештә булған 1 миллион банкнотаға алты ялған аҡса тура килһә 2022 йылда улар дүртәүгә ҡалған.

«Банкноталарҙың һаҡ билдәләре арта, сифаты күтәрелә. Ялған купюралар сығарыу ҡатмарлаша бара, уларҙы еңел генә асыҡларға була», – тип аңлата Рәсәй банкы бүлексәһе - Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк бүлексәһе идарасыһы урынбаҫары Егор Михтанюк.

Ысын банкноталарҙың билдәләре тураһындағы мәғлүмәт менән Рәсәй банкы сайтында https://vk.cc/cpW94H йәки «Рәсәй банкы банкноталары» мобиль ҡушымтаһында https://vk.cc/co4mDw танышырға мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: