Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
4 Ноябрь 2023, 11:16

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!

4 ноябрь Рәсәйҙә - Халыҡтар берҙәмлеге көнө. Был байрам 2005 йылдан алып дүрт быуаттан ашыу элек Ватаныбыҙҙы яҡлаған батырҙарҙың ҡаһарманлығына тәрән хөрмәт йөҙөнән билдәләнә https://vk.cc/cs6WKQ

Ни өсөн ул Халыҡтар берҙәмлеге көнө тип атала? Байрамды иғлан итеү тураһындағы закон проектына аңлатма ла быға асыҡлыҡ индерә: «1612 йылдың 4 ноябрендә халыҡ ополчениеһы яугирҙәре, сығышына, диненә һәм йәмғиәттәге дәрәжәһенә ҡарамай, бөтә халыҡтың батырлыҡ һәм берҙәмлек өлгөһөн күрһәтә».

 Башҡортостанда нисә милләт вәкилдәре бар? Республикала 160-тан ашыу милләт кешеһе йәшәй. Улар өсөн милли-мәҙәни һәм тарихи-мәҙәни үҙәктәр, милли йәмәғәт ойошмалары, милли гимназиялар һәм лицейҙар, йәкшәмбе мәктәптәре эшләй. Балалар 13 туған телде өйрәнә. Төбәктең күп милләтле көсө - халыҡтарҙың берҙәмлегендә һәм килешеп йәшәүендә.

🔷 Халыҡтар берҙәмлеге көнөн нисек билдәләйҙәр? Бөтә халыҡ байрамында илдең төрлө ҡалаларында сәйәси партиялар һәм йәмәғәт хәрәкәттәре митингылар, марштар һәм концерттар, хәйриә акциялары һәм спорт саралары ойоштора.

🎆Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын ниндәй программа көтә - Өфө хакимиәте сайтында ҡарағыҙ: https://vk.cc/cs6WMY

Байрам менән! Төбәктә йәшәгән бөтә халыҡтарға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: