Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
3 Ноябрь 2023, 10:54

Финанс грамоталылыҡ буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-зачеты

Башҡортостан халҡы финанс мәсьәләләре, мәҫәлән, интернет-магазиндарҙа иҫәпләшеү, сит кешеләргә дөрөҫ мәғлүмәт биреү буйынса үҙҙәренең белем кимәлен тикшерә ала. Рәсәй банкы финанс грамоталылыҡ буйынса Бөтә Рәсәй зачеты үткәрә.

Унда беренсе класс уҡыусыһынан алып пенсионерға тиклем теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Хатта ғаилә командаһы йыйырға, йә иһә үҙ аллы зачет үтергә мөмкин. Һәр кем финанс мәсьәләләрен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итәсәк шәхси кәңәштәр аласаҡ.

Әйткәндәй, дөрөҫ яуаптар күберәк булған һайын исемле йәки ғаилә сертификаты алыу мөмкинлеге лә арта!

Зачетты 2023 йылдың 21 ноябренә тиклем үтергә мөмкин.

Ҡатнашыу – бушлай.

Күп тапҡыр үтергә мөмкин.

Зачётты үтеү өсөн яҡынса 20 минут ваҡыт талап ителә.

Теркәлеү өсөн һылтанма: https://vk.cc/7WgAXn

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: