Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
31 Октябрь 2023, 14:21

Ҡош киҙеүе нимә ул — Башҡортостан Республикаһының Ветеринария буйынса дәүләт комитеты белгестәре аңлата

Был — ҡоштарҙа була торған йоғошло ауырыу, кешегә лә йоға. Сир киҫкен биҙгәк синдромы, ҡан һәм үҙәк нервы системаларының зарарланыуы, үпкәләрҙең һәм аш һеңдереү юлдарының зарарланыуы, юғары үлем кимәле менән характерлана.

Вирус тауыҡтарҙы, ҡаҙҙарҙы, өйрәктәрҙе, ҡырағай күсмә ҡоштарҙы (турғай, ҡарға, күгәрсен) зарарлай.

Ҡоштарҙа ауырыу билдәләре:

етештереүсәнлектең кәмеүе, баҫымсаҡ, аҙыҡ һәм һыуҙан баш тартыу, йөн ҡатламының ҡаҡшауы, тире ҡатламының насарайыуы, яңаҡ араһы арауығының шешеүе, аяҡ-ҡулдарҙа тире аҫтына ҡан һауыуы, хәрәкәттәр координацияһының боҙолоуы, синусит, ринит, конъюнктивит, диарея.

Ауырыу ҡуҙғытҡысы нейтраль дымлы мөхиттә һәм туңған хәлдә һаҡланырға мөмкин. Вирус йылыға, тура ҡояш нурҙарына һәм дезинфекция сараларына һиҙгер.

Ауырыуҙың инкубация осоро: 1 — 21 көн.

Инфекциялы ҡоштоң бүлендектәре һауаға, һыуға, тышҡы мөхиттәге әйберҙәргә һәм объекттарға (тиҙәк, мал аҙығы, инвентарь, персоналдың кейеме һәм аяҡ кейеме, транспорт саралары һәм башҡалар) эләгә.

Кеше һауа-тамсы, һауа-туҙан юлдары һәм лайлалы тиресә, бысраҡ ҡулдар аша зарарланырға мөмкин. Хәүеф төркөмөндә, тәү сиратта, фермерҙар, ҡошсолоҡ фабрикаһы хеҙмәткәрҙәре, ветеринарҙар тора. Уларға ҡоштарҙы бикләп тотоу, асыҡ һыу ятҡылыҡтарына сығармау һәм ҡырағай ҡоштар менән бәйләнеш булдырмау өсөн тышта йөрөтмәҫкә кәңәш ителә. Шулай уҡ билдәһеҙ етештереүселәрҙән аҙыҡ һәм ҡош-ҡорт һатып алмаҫҡа кәрәк.

Ҡоштарҙа шикле сир билдәләре күрһәгеҙ, шунда уҡ ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итеү мөһим. Белгестәр менән бәйләнешкә инеп, ҡыҙыу линия телефоны аша һорауҙар бирергә була — 8 800 775 58 28. Республика халҡы өсөн шылтыратыу бушлай.

Ҡош киҙеүен иҫкәртеү тураһында тулыраҡ — Дәүләт комитетының рәсми битендә

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: