Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
31 Октябрь 2023, 12:20

Дәүләт хеҙмәттәрендәге яңы онлайн-сервис ярҙамында яҡындағы нотариусҡа үҙегеҙгә уңайлы ваҡытҡа яҙылырға мөмкин

Дәүләт хеҙмәттәре аша яҙылыу - бушлай. Ә нотариус хеҙмәте өсөн урында, билдәләнгән тариф буйынса түләргә.

Яҙылыу өсөн бөтәһе 50-гә яҡын хеҙмәт күрһәтелгән, улар араһында - мираҫты рәсмиләштереү, тормош иптәшенең килешеүгә ризалыҡ биреүе, бүләк итеү һәм ышаныс ҡағыҙҙары. Портал менән ҡулланыусылар, документтарҙың электрон күсермәләрен нотариусҡа алдан тикшереүгә ебәреп, эш өсөн ниндәй документтар кәрәклеген еңел генә белә ала.

Дәүләт хеҙмәттәре аша яҙылыу - бушлай. Ә нотариус хеҙмәте өсөн урында, билдәләнгән тариф буйынса түләргә.

Нисек яҙылырға:

1 — тәғәйен хеҙмәт күрһәтеү битенә күсергә

2 — нотариуста ҡабул итеү планлаштырылған төбәкте күрһәтергә

3 — тема һайларға, мәҫәлән, «Мөлкәт», «Документтар» йәки эҙләү менән файҙаланырға

4 — документтарығыҙҙы әҙерләргә, күрһәтеләсәк хеҙмәтте һайлағандан һуң уларҙың исемлеге барлыҡҡа киләсәк

5 — документтарҙың скандарын йәки фотоларын эшләргә

6 — нотариусты, ҡабул итеү датаһын һәм ваҡытын һайларға

7 — «Нотариусҡа яҙылырға» төймәһенә баҫырға

Нотариусҡа барыу ваҡытын икенсе датаға күсерергә теләһәгеҙ, тәүҙә шәхси кабинеттағы элекке яҙыуҙы алып ташлағыҙ, һуңынан яңынан яҙылығыҙ.

Нотариусҡа яҙылыу: https://vk.cc/crK1aZ

Әйткәндәй, нотариуста саҡта электрон төрҙәге документты Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетығыҙға ебәреүен һорай алаһығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: