Әлшәй хәбәрҙәре
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
27 Октябрь 2023, 11:39

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын бүләкләү тантанаһы үтә

Полилингваль белем биреү буйынса Халыҡ-ара форумға Рәсәйҙең төбәктәренән һәм күрше сит илдәрҙән белгестәр йыйылды.

Бөгөн, 27 октябрҙә, Өфөлә Полилингваль белем биреү буйынса Халыҡ-ара форумының икенсе көнө үтә.
Уның эшендә Рәсәйҙең төбәктәренән һәм күрше сит илдәрҙән полилингваль белем биреү өлкәһендә эшләгән мәғариф хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар, директорҙар, уҡытыусылар, мәктәпкә тиклем белем биреү учреждениелары белгестәре йыйылды.

Конгресс-холл "Торатау" сәхнәһендә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин уҡытыусыларға, белгестәргә хөрмәт белдерҙе.
- Бары уҡытыусыларға рәхмәт әйткем килә. Улар бар ғүмерен балаларыбыҙға белем биреүгә, уларҙы тәрбиәләүгә бағышлай. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда милли телдәрҙе һаҡлау буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Һәм был форум үтеүе быны иҫбатлай, - тине Илдар Марат улы.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты, сатраш уйыны буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина, Республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына Башҡортостан Хөкүмәтенең 50 меңлек сертификатын тапшырҙы.

Тәбрикләнеүселәр араһында Нефтекама ҡалаһы Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Сәғит ҡыҙы Ғайсина ла булды.
- Бөгөн башҡорт, урыҫ һәм башҡа тел һәм әҙәбиәте, полилингваль мәктәптәре уҡытыусылары араһында үткән конкурс еңеүселәре тәбрикләнде. Был башҡорт телен һаҡлап ҡалыуға уны, үҫтереүгә ҙур йоғонто яһар тип уйлайым. Башҡортостан етәкселеге тарафынан уҡытыусыларға ҡарата ҙур ихтирамлыҡ тойҙоҡ. Беҙҙең хеҙмәтебеҙҙе юғары баһалауығыҙ өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа ҙур рәхмәттәремде белдергем килә.

Полилингваль белем биреү буйынса Халыҡ-ара форум бөгөн дә дауам итә.

Айнар Байбулатов, “Аманат” журналының бүлек мөхәррире.

https://amanat.su/articles/novosti/2023-10-27/f-l-bash-ort-tele-m-bi-te-u-ytyusylaryn-b-l-kl-tantana-y-t-3495541

Читайте нас: