Программаны «Университеттарҙың технологик эшҡыуарлығы платформаһы» федераль проекты сиктәрендә Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды ғәмәлгә ашыра. Уның маҡсаты — Рәсәй вуздары студенттарының стартап-проекттарына грант ярҙамы күрһәтеү.
Үҙ идеялары һәм тикшеренеүҙәре нигеҙендә яңы тауар, хеҙмәт йәки технология булдырырға теләгәндәрҙән ғариза көтәләр. Шәхсән рәүештә лә, команда булараҡ та ҡатнашырға мөмкин.
Конкурс йүнәлештәре:
— һанлы технологиялар,
— медицина технологиялары һәм һаулыҡ һаҡлау,
— яңы материалдар һәм химик технологиялар,
— яңы приборҙар һәм интеллектуаль етештереү технологиялары,
— биотехнологиялар,
— ресурстарҙы һаҡлаусы энергетика,
— креатив индустриялар.
Ҡатнашыу — бушлай. Ғаризалар 2024 йылдың яҙында ҡабул ителә башлай, грантты 2 мең студент алырға мөмкин.
Фонд сайтындағы яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ — тулыраҡ мәғлүмәт алыу һәм ғариза биреү өсөн ошонда мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: https://vk.cc/cfjPag
Конкурсҡа алдан әҙерләнегеҙ. Уңыштар, еңеүҙәр!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан