Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
19 Октябрь 2023, 10:25

Махсус хәрби операция ветерандары һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре өсөн «Ярҙам поездары» йөрөйәсәк

Башҡортостандың алыҫ райондарында урынлашҡан «Ватанды һаҡлаусылар» фонды ҡарамағындағы кешеләр йәшәү урыны буйынса ярҙам алырға мөмкин — фондтың төбәк филиалы махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә «Ярҙам поездары» ебәрәсәк.

Улар кәрәкле медицина һәм психологик ярҙам, юристан, нотариустан һәм банк хеҙмәткәрҙәренән консультация алырға мөмкин.

Тәүге поезд Күмертау ҡалаһына бара.

Датаһы – 2023 йылдың 20 октябре.

Консультациялар үткәреү ваҡыты — сәғәт 10.00-дан 15.00 сәғәткә тиклем.

Осрашыу урыны — Балалар ижады үҙәге (Искужин урамы, 2).

Артабанғы график «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалының рәсми битендә урынлаштырыласаҡ.

+7 (347) 268-01-02 телефоны буйынса өҫтәмә һорауҙарға асыҡлыҡ индерергә мөмкин

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: