Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
16 Октябрь 2023, 11:38

Студенттарға эш хаҡы түләүгә һәм уларҙың йәшәүенә тотонған сығымдарын ҡаплау өсөн эш биреүсе нисек субсидия алырға тейеш?

Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙар һәм ойошмалар практикант студенттарҙың эш хаҡына һәм йәшәүенә тотонған сығымдарын ҡаплау өсөн субсидия алыу мөмкинлегенә эйә.

Республика Ауыл хужалығы министрлығы тармаҡты квалификациялы белгестәр менән тәьмин итеү маҡсатында эш биреүселәрҙең сығымдарының 90 процентҡа тиклемен ҡаплай.

Субсидия биреү шарттары - министрлыҡ менән ғариза биреүсе араһында килешеү, конкурс нигеҙендә һайлап алыу критерийҙарына һәм талаптарына тап килеү, шулай уҡ ғариза тапшырыуҙағы сират.

 Документтар пакеты:

• иҫәп белешмәһе, йыл эсендәге финанс һөҙөмтәләре тураһында отчет күсермәһе, ЕГРЮЛ йәки ЕГРИП белешмәһе, студент уҡыған уҡыу йортоноң белем биреү эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырыуға лицензия күсермәһе;

• ғариза биреүсенең Федераль һалым хеҙмәте алдында бурысы булмауы хаҡында белешмә, республика ҡаҙнаһына субсидияларҙы кире ҡайтарыу йәһәтенән ваҡытында түләнмәгән бурысы булмауы тураһында белешмә;

• квалификацияһыҙ кешеләр реестрында мәғлүмәттәр булмау тураһында һалым органынан белешмә, эш ваҡытын иҫәпләү табеленән күсермә, түләү ведомосынан күсермә, практика үтеү тураһында килешеү күсермәһе һәм башҡа документтар.

👉 Тулы исемлек, ғариза биреүсегә талаптар һәм дәүләт ярҙамын алыу шарттары - Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында: https://vk.cc/crC43B. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн ғариза бирергә мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 218-05-44.

✔Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы булышлығында бизнесҡа бөтә ярҙам саралары INVESTRB.RU порталында тупланған.

#Бизнес

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: