Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
29 Сентябрь 2020, 20:20

Илебеҙ үҙ геройҙарын белергә тейеш

Рәсәй Геройы, яҡташыбыҙ, Әлшәй районының почетлы гражданины Рафиҡ Ихсанов Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Ул шулай уҡ әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге лә алып бара.

Рафиҡ Рәшит улы - полковник, Геройҙар клубы идараһы рәйесе ярҙамсыһы, Геройҙарҙың йәмәғәт ойошмалары һәм көс структуралары менән бәйләнеше буйынса секция етәксеһе урынбаҫары, генерал Е. Н. Кочешков исемендәге Советтар Союзы һәм РФ геройҙарына ярҙам фонды вице-президенты. Шулай уҡ ул “Мин ПАТРИОТ” гражданлыҡ-патриотик төбәк йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе, Геройҙарҙың Рәсәй ассоциацияһы, “БЛАГОМИР” йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы булып та тора.

Илле биш йәшлек юбилейы алдынан мин яҡташыбыҙ менән телефон аша бәйләнешкә сығып, уның йәмәғәтсе булараҡ эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһындым. Эйе кабинетында уны тап килтереү еңел түгел, ул һәр ваҡыт юлда. Бына әле лә беҙҙең һөйләшеү барышында Ҡырымға барырға йыйыныуы тураһында белдем, унда “Йәйге төркөм” йәштәр авиация фестивален үткәреүгә әҙерлек эштәре бара. Бында йәштәрҙе летчик һөнәре менән таныштыралар, бәләкәй авиация һәм вертолеттарҙа осоштар ҙа күрһәтеләсәк. Әйткәндәй, Рафиҡ Рәшит улы үҙе лә буш ваҡытында штурвал артына ултырып, күк йөҙөн иңләргә ярата.

Шулай уҡ клубта патриотик рухтағы нәфис фильм төшөрөү тураһында ла хыялланалар, был идеяны ил Президенты В. Путин да хуплаған. Фильм вертолетсыларҙың еңел булмаған хеҙмәте тураһында буласаҡ, әле сценарий өҫтөндә эшләйҙәр.

Тыуған яғы менән бәйләнеште өҙмәй Рафиҡ Ихсанов. Быйыл үҙе тыуып үҫкән Түбән Әүрез ауылында яҡташтары менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйғандар. Йыл һайын февраль айында Рәсәй Геройы Ихсанов приздарына ауыл биләмәләре командалары араһында шайбалы хоккей буйынса чемпионат үткәрелә. Тыуған ауылындағы мәктәп тә уның исемен йөрөтә.

Бында уның туғандары йәшәй, тормош иптәше Флүзә лә ошо яҡтарҙан. Бөтә ошо йылдар эсендә ул ире менән бергә, хәрби гарнизондарҙа ла бергә була, ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Улы Ренат атаһы юлынан китеп, хәрби һөнәр һайлай. Ҡыҙы Лилиә лә хәрби кешегә кейәүгә сыҡҡан. Олатаһы менән өләсәһен һөйөндөрөп, уларҙың ҡыҙҙары Алина үҫеп килә.

Хәрби дуҫтары менән ул Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәттәр, хәрби хеҙмәт ветерандарына социаль һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтә, йәштәргә һәм армия яугирҙарына әхлаҡи, хәрби-патриотик һәм интернациональ тәрбиә биреү буйынса әҙем эш алып бара. Былтыр республикала үткән ҡатнаш алыш төрҙәре буйынса чемпионатта һәм беренселектә ҡатнаша. Рәсәй Геройҙары делегацияһы менән мәктәптәрҙә, балалар йорттарында һәм хәрби училищеларҙа булып, йәш быуынға хәрбиҙәрҙең тормошо, уларҙың ҡаһарманлыҡтары тураһында һөйләй.

Ә Афғанстан һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яугирҙың уҡыусыларға әйтер һүҙе күп. Ул бәләкәйҙән хәрби кеше булырға хыяллана. Саратовта юғары хәрби училище тамамлай, артабан Ю. А. Гагарин исемендәге хәрби-һауа академияһында белем ала.

Төньяҡ Кавказ төбәгендә контртеррористик операция барышында законһыҙ хәрби формированиеларҙы юҡ итеүҙә күрһәткән батырлыҡтары өсөн вертолет эскадрильяһы командиры, подполковник Р. Р. Ихсановҡа Рәсәй Геройы исеме бирелә.

Уның һөйләүе буйынса, ул төркөм башлығы булараҡ осҡан, тактик десант төшөрөүгә етәкселек иткән. Ҡапыл төркөмдәге бер вертолет дошман уты аҫтында ҡалып, һауала янып китә. Команда буйынса летчиктар ергә һикерә. Ара әллә ни алыҫ булмаһа ла, парашюттары асыла. Әммә ергә төшкәс, улар бандиттар яулап алған территорияла булыуын аңлай. Уларҙы ашығыс рәүештә эвакуациялау кәрәк була... Төркөм бик етеҙ эш итә. Машиналар ергә төшөп, иптәштәрен алып сығыуға өлгәшә. Хәрби заданиены уңышлы үтәгән өсөн командование төркөм командиры Р. Ихсановты юғары наградаға тәҡдим итә. Полк командиры сафҡа теҙелеп торған яугирҙар алдында уға Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелеүе тураһында хәбәр иткәс, яҡташыбыҙ был награданы МИ-8, МИ-24 вертолеттары эскадрильяһы өсөн дөйөм награда итеп һанауын әйтә. Р. Ихсанов шулай уҡ III дәрәжә “СССР Ҡораллы көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн” ордены һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнгән.

- Илдең үҙ геройҙары булырға һәм халыҡ улар тураһында белергә тейеш, - тип билдәләне үҙ сығышында Рәсәй Президенты Владимир Путин. – Уларҙың өлгөһөндө бөгөнгө быуын тәрбиәләнергә һәм балаларын да ошо йүнәлештә тәрбиәләргә бурыслы. Был бик мөһим!

Эйе, илебеҙҙә Геройҙар бар. Улар араһында яҡташыбыҙ Рафиҡ Ихсановтың да булыуы әлшәйҙәр өсөн ҙур ғорурлыҡ.

Айгөл ҒӘЛИМУЛЛИНА.

Читайте нас: