Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
14 Август 2020, 17:00

“Донъяны күңел йылыһы менән йылытаһы ине”

Ошо көндәрҙә Ташлы ауылы ҡыҙы Венера Йәғәфәр ҡыҙы беҙҙең редакцияла булып, үҙенең ижади пландары менән уртаҡлашты, яңы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, әле баҫылмаған әҫәрҙәре яҙылған дәфтәрҙәрен күрһәтте.

Минең алдымда шағирә, яҡташыбыҙ Венера Хурамшинаның башҡорт, рус һәм итальян телдәрендә яҙылған шиғырҙар йыйынтыҡтары ята. Ошо көндәрҙә Венера Йәғәфәр ҡыҙы беҙҙең редакцияла булып, үҙенең ижади пландары менән уртаҡлашты, яңы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, әле баҫылмаған әҫәрҙәре яҙылған дәфтәрҙәрен күрһәтте.

Ул тыумышы менән Ташлы ауылынан. 1966 йылда ире менән Псков өлкәһенә хәрби ҡаласыҡҡа күсәләр. Бында ҡыҙҙары Светлана һәм улдары Рөстәм донъяға килә. Унда Венера Йәғәфәр ҡыҙы комсомол ойошмаһы секретары урынбаҫары булып эшләй. 1974 йылда ғаиләһе менән Ҡырғыҙстанға күсенә. Артабан ул балалар баҡсаһында эшләй һәм ситтән тороп Ош педагогия институтында мәктәпкәсә белем биреү педагог-психологы белгеслегенә уҡый. 1989 йылда тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайталар. Бында ла ул 6-сы балалар баҡсаһында педагогик эшмәкәрлеген дауам итә. Ҡыҫҡартыуға эләккәс, Италияла эшләү тураһында уйлана башлый, унда әхирәттәре эшкә киткән була.

Ҡояшлы Италия уның күңелендә яҡты эҙ ҡалдырған. Кисерештәренең барыһы ла шиғырҙарында сағылыш тапҡан. Донъяға ҡарашы үҙгәргән. Венера Йәғәфәр ҡыҙы “Илһам" халыҡ-ара әҙәби-музыкаль клуб ағзаһы булып китә. 2011 йылда уның «Я сердцем, Родина, с тобой» исемле беренсе китабы донъя күрә. Уның шиғырҙары «Италия ярҙарында», «Сит ер ниндәй сер һаҡлай», «Илһам өсөн сиктәр юҡ» һәм «Ижад итеүсе беҙҙе ижадҡа илһамландыра» йыйынтыҡтарында баҫыла. Уларҙа тыуған төйәк, Тыуған илдән йыраҡтағы тормош тураһындағы хәтирәләре сағылыш тапҡан. Ул Донбасста йәшәгән украин әхирәттәренең ҡайғыһына ла битараф ҡалмай.

Венера Йәғәфәр ҡыҙы күрше илдә барған ваҡиғаларға ҡарашын «Янған, әммә бирешмәгән» шиғри йыйынтығында, Донбасстың «Әҙәби журнал» ваҡытлы баҫмаһында баҫылған шиғырҙарында сағылдырған.

Бер йылдан “Мин тыуған Башҡортостанымдың ҡыҙы" тигән китабы донъя күрә. Был йыл уның өсөн емешле була. Яңы шиғырҙары тыуа, сираттағы йыйынтыҡ өсөн ҡаралама әҙерләнә, ә унан һуң шиғыр уҡыусылар уның “Донъяны күңел йылыһы менән йылытаһы ине” тип исемләнгән китабын ҡулына ала. Әлеге китаптың исеме үк күп нәмә: кеше ҡайғыһына битараф булмаған, уны аңлаған, кешеләрҙе берләштерә алған, уларға ярҙам ҡулы һуҙған,изге күңелле ҡатын-ҡыҙ-шағирә тураһында һөйләй.

Сит илдә беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарға еңел түгел, уларға ярҙам кәрәк. Ситтә ғүмер итеүҙең бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңендә тойған Венера Йәғәфәр ҡыҙы Италияла Соррентола республикабыҙҙың 615 ҡатын-ҡыҙын берләштергән «Сулпан» башҡорт ассоциацияһын ойоштора. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге берләшмәләр менән хеҙмәттәшлекте яйға һала.

Бөгөн ул тыуған яғында, гел "бәйләнештә", Раевка ауылынан бер ҡатындың хәле тураһында борсола. Ул бик ауыр хәлдә, уны тыуған яғына алып ҡайтырға кәрәк. Венера Йәғәфәр ҡыҙы ярҙам йөҙөнән коллегалары араһында аҡса йыйыуҙы ойошторған. Нәҡ бына ошо ғәмәлдәр кешенең асылы, уның ярҙамсыллығы, мәрхәмәтле йөрәге тураһында һөйләй. Уның шиғырҙары ла шул хаҡта…

Читайте нас: