Әлшәй хәбәрҙәре
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
23 Июль 2020, 20:00

Оҫта ҡуллы тегеүсе

Шафран ауылынан тегеүсе-ҡул эштәре оҫтаһы Светлана Сафина тураһында республиканан ситтә лә яҡшы беләләр.

Һөнәре буйынса ул, ышанмаҫһығыҙ ҙа, станция буйынса дежур! Ҡасандыр, туғыҙынсы синыфты тамамлап, Дим станцияһының тимер юл техникумына уҡырға инә. Дүрт йыл уҡығандан һуң, тыуған ауылында билет һатыусы кассир булып эшләй башлай. Артабан юғары белем алыу теләге менән Светлана ситтән тороп Һамар дәүләт тимер юл университетын тамамлай.

Яҙмышын да тимер юлсы егет менән бәйләй. Тормош иптәше Денис та, ул бөгөн алтынсы разрядлы белгес, тимер юлында монтер булып эшләй, тимер юл техникумын тамамлаған. 2013 йылда Сафиндар ғаиләһендә ҡыҙҙары Аделина донъяға килә, шул ваҡыттан башлап Светлана тегеү менән мауығып китә.

- Декрет ялында хәреф формаһындағы исемле йомшаҡ мендәрҙәр тегә башланым, ул ваҡытта тегеү машинам да юҡ ине әле. Тиҙҙән әйберҙәремә һорау артты һәм үҙ клиенттарым барлыҡҡа килде. Бала саҡта мине атайым тегергә өйрәтте, уның олатаһы ла тегеүсе булған, һуғыштан һуңғы йылдарҙа ул ауылдар буйлап йөрөп, кейем теккән. Ә бөгөн мин заказға күлдәктәр, әсәйҙәр һәм ҡыҙҙарға матур-матур итәктәр, атайҙар өсөн галстук-күбәләктәр, йомшаҡ уйынсыҡтар, эт-бесәйҙәргә ятырға урын, балалар өсөн автомобиль мендәрҙәре, яңы тыуған сабыйҙарға “оялар” тегәм. Бер аҙна эсендә генә лә шундай дүрт заказ эшләнем, - ти Светлана.

Хатта Мәскәүҙән, Петербургтан, Ҡазандан фотосессия өсөн әҙер үлсәмдәрен ебәреп күлдәктәргә заказ бирәләр. Тегелгән әйберҙәрҙе почта аша ебәрә, ә Өфөләге клиенттарға үҙҙәре үк илтеп бирә, сөнки туҡыма алыу өсөн ҡалаға йыш барырға тура килә. Светлана ҙур теләк менән үҙе тегеп бөтә ғаилә ағзаларын сынъяһау итеп кейендерә. Уңайлы ла, матур ҙа, зауыҡлы ла.

Бар эшкә лә уңған Светлана һатыуға ҡурсаҡтар ҙа тегә, ә улар өсөн уйынсыҡ йорттарҙы ире Денис эшләй. Аделина ла ғаилә эшенә үҙ өлөшөн индерә, ул әсәһенә ярҙамлаша.

Әйткәндәй, Аделина рәсем төшөрөргә ярата, атаһына йомортҡа ҡурып бирә, пицца, һоло печеньеһы бешерә, өләсәһе кеүек ашнаҡсы булырға хыяллана. Әммә, кем белә, йылдар уҙғас, бәлки, Аделина ла оҫта тегеүсе булып китер, сөнки элек-электән тегеү-сигеү эштәренә маһирлыҡ хужабикәнең һәм йорт усағын һаҡлаусы ҡатын-ҡыҙҙың күркәм сифаты булған бит.

Читайте нас: