Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
4 Июнь 2020, 21:20

"Ҡайғынан шешәгә үрелеүҙән Аллам һаҡлаһын"

-Нисек кенә ауыр булмаһын, тешемде ҡыҫып булһа ла йылмаям. Аллаға шөкөр, ғаиләм, балаларым, туғандарым бар, атайым иҫән. Йырланмаған йырҙарым әле күп, - ти яратҡан йырсыбыҙ.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиев һөйөклө кешеһен - әсәһен юғалтыуы тураһында күп яҙҙыҡ. Социаль селтәрҙәрҙә йырсыны әле башынан һыйпанылар, әле утҡа һалдылар. Әлеге миһырбанһыҙ күренешкә Әнүәрҙең карантинға ябылыуы сәбәпсе булды. Әммә йылы һүҙҙәр менән йыуатыусылар күберәк булған икән.
- Әсәйемдең китеүе минең өсөн ҙур юғалтыу булды, быны әле лә аңлап бөтмәйем. Был төшөнкөлөккә бирелеү түгел, ә күңелдең әлеге хәлде ҡабул итмәүе. “Ниңә минең әсәй менән, ниңә минең менән булды был хәл?” тигәнерәк һорауҙар борсой. Минең хаҡта ҡайғынан хатта шешәгә үрелгән, тип тә һөйләнеләр. "Мин үҙемде бөтөнләй эсмәйем тип әйтә алмайым. Ләкин ҡайғынан шешәгә үрелергә Аллам һаҡлаһын. Дошмандарҙы ҡыуандырырғамы? Юҡ инде. Нисек кенә ауыр булмаһын, тешемде ҡыҫып булһа ла йылмаям. Аллаға шөкөр, ғаиләм, балаларым, туғандарым бар, атайым иҫән. Йырланмаған йырҙарым әле күп, - ти яратҡан йырсыбыҙ.
Артист белдереүенсә, ауылдағы йортта бер кем дә йәшәмәй икән. "Әммә ҡайтып йыйыштырып, буяп, таҙартып киләбеҙ. Баҡсаға бәрәңге, һуған, ҡыяр, редис һәм башҡа йәшелсәләр ултырттыҡ. Мин ултыртҡан алмағастарҙы әсәйем бик ярата ине. Былтыр улар беренсе тапҡыр алма бирҙе. Әсәйем “улымдың алмалары” тип ҡыуана ине", - ти ул.
Йырсы ауыр шарттарҙа ла яңы йырҙар ижад итә. Тамашасыларына яңы клиптар әҙерләй, яңы репертуар туплай. "Хәҙер тормошҡа ҡарашым бер ни тиклем үҙгәрҙе, репертуарҙағы тематика ла үҙгәрер, тип уйлайым" ти - Әнүәр Нурғәлиев.
Читайте нас: