Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
23 Апрель 2020, 20:05

Заманымдың тос шаһиты булып Мәңге йәшәр инем донъяла...

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостанда билдәле һәүәҫкәр рәссам, шиғри күңелле Хәйҙәр Минияр улы Ғилманов Әлшәй районы Яңы Сәпәш ауылында тыуып үҫкән.

Әммә ғүмеренең байтаҡ өлөшөн Бөрө ҡалаһында үткәрҙе ул. Бөрө халҡы уны ихтирам итеп "аҡһаҡалыбыҙ" тип йөрөттө.
Хәйҙәр бабайыбыҙ II Прибалтика фронтында, Үҙәк Берлинға төбәлгән Белорус фронтының 5-се удар армияһында һуғыша. Рига ҡалаһын алыуҙа ҡатнаша. Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн орден, миҙалдар менән бүләкләнгән. Һуғыш тураһында һөйләргә яратманы бабайыбыҙ. Балтырында тороп ҡалған снаряд ярсыҡтары тиреһе аша күкһел булып күренеп тора ине. Беҙ бәләкәй саҡта ул ҡунаҡҡа килгәндә “күрһәт әле теге ярсыҡтарҙы”, тип үтенә торғайныҡ. Бабайыбыҙ, күҙ тирәһендәге йыйырсыҡтарынан нур бөркөп йылмая ла, салбар балағын күтәрә биреп, күкһел төйөндәрҙе һыйпаштыра.
"Пехотаның уҡсылар подразделениеһында взвод командиры булып хеҙмәт иттем. Һуғышта пехотаның, бигерәк тә беҙҙең подразделениеның ваҡыты бик ҡыҫҡа. Бер урында оҙаҡлап туҡтап тороу мөмкинселеге юҡ. Гел хәрәкәттәбеҙ.
Төрлө хәл-ваҡиғаларға юлығылды. Кюстрин ҡалаһына йүнәлгән ваҡытта Одерҙың бер ҡушылдығында бата яҙыуыбыҙ ныҡ хәтерҙә ҡалған. Нимәгә йәбешеп сыҡҡанымды ла белмәйем. Был кисеүҙе имен-аман сыҡҡандан һуң, Кюстринда беҙҙе тағы ла ҙурыраҡ һынау көтөп торған.
Ҡала урамынан взвод менән китеп барабыҙ. Тирә-йүн шартлай, яна. Ә беҙҙең урам тып-тыныс. Бер ниндәй хәүеф тоймайынса үтеп барған саҡта, ҡапыл пулеметтан һиптерә башламаһындармы! Беҙ урам атышына эләктек. Йүгереп бер йорттоң тәҙрәһенә һикерҙем. Күтәрелдем. Иптәштәрем берәм-берәм йығыла. Уларға күтәрелергә ярҙам итәм: ҡайһыһын ҡул биреп тартып алам, кемеһен ҡайыш менән күтәрәм. Беренсе ҡат булһа ла, тәҙрә тупһалары бейек. Өй эсендә төтөн, бар нәмә яна, шарт та шорт атыш тауыштары тынмай.
Һуңынан һуғыш бөтөп, Германияла хеҙмәт иткән ваҡытта махсус рәүештә ошо ерҙе барып күрҙем. Йортто тапҡас, үҙемә-үҙем ышанмайынса: “Нисек һикерә алдым икән бында?” – тип ғәжәпләнеп торҙом”. (Иҫкәрмә: Хәйҙәр Ғилманов тураһында Гөлнур Ҡасҡынованың мәҡәләһенән өҙөк)
Хәйҙәр Fилманов - талантлы рәссам да. Һуғыш күренештәре уның ижадының төп мотивтарының береһен тәшкил итте. “Тымыҡ Дон, тымыҡ түгел көн”, “Союзниктар, һеҙ ҡайҙа?” һәм башҡа бихисап картиналары – яугир уҙған утлы юлдарҙың образлы һынланышы.
87 йәшендә вафат булған ҡәҙерле кешебеҙ шиғырҙар ҙа ижад итте. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан Хәйҙәр Минияр улының һәм бөтә ҡаһарман яугирҙәрҙең исемдәрен иҫкә алайыҡ, батырлыҡтары алдында баш эйәйек...
Һуңғы атака

Баҙлап сәсрәне ҡыҙыл ракета,
Ҡанға мансылды төн, ҡарлы ялан.
Яраланып ауған, ята ярты рота,
Йәһәт үлем теләп Алланан.

Теткеләнде батальон, аҙ ҡалдыҡ,
Алға ашыҡтырма, капитан!
Бер йотом бир, булһа, һуңғы юлға,
Юҡ, Еңеү тосты беҙгә яҙмаған...

Яралы арыҫландай ярһыған
Ғәйәр комбат пистолетын болғап:
"Минең арттан, Ватан өсөн алға!"- тип
Үҙе күтәрелде иң алдан.

Ҡанлы эҙ ҡалдырып күп үтмәнек,
Кинжал-уттар бәрҙе яҡ-яҡтан,
Күҙ асып йомғансы түшәп һалды...
Һөйрәп сығара алмағандарын яу яланынан
Буран күмеп китте аҙаҡтан...

*************************

Ҡартлыҡ

Шөкөр. Әле рух тигәнем ныҡ,
Арғымағым арыҡ булһа ла.
Заманымдың тос шаһиты булып
Мәңге йәшәр инем донъяла.
Регина КАМАЛОВА.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: