Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
15 Апрель 2020, 19:00

Беҙҙең ғүмерҙән дә йырҙар ҡалыр...

Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ Гөлфиә Юнысова хәҙер инде беҙҙе “Бәйләнештә” социаль селтәрендә лә тос фекерле шиғырҙары, фәһемле яҙмалары менән ҡыуандыра.

“Быға тиклем өлкән кешегә социаль селтәргә инеү ниңә кәрәк ул, тип уйлай инем. Ҡыҙыҡһына башлағас, һәйбәт ғәмәл һымаҡ тойолдо ла, "йәшәрергә" булып киттем әле. Бергә-бергә хәл-әхүәл уртаҡлашып, илдәге, Башҡортостандағы ваҡиғаларҙа ҡайнап, һәр ҡайһыбыҙҙың күңел торошон яҡын итеп йәшәйек. Әйҙә, йәшәү мәғәнәлерәк, тормош күңеллерәк, мәғлүмәтлерәк булыр, тип ышанам. Киләсәктә шиғырҙарым, йырҙарым һәм башҡа ижад емештәрем, уй-фекерҙәрем, иҫтәлек-хәтирәләрем һәм тормошом күренештәре менән уртаҡлашырмын, тип ниәт итәм”, - тип яҙа ул. Шул яҙмаларҙың береһен бөгөн һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ, дуҫтар!

Нисәнсе көн инде карантинда ятабыҙ. Бер уйлаһаң, артыҡ оҙаҡ та түгел һымаҡ. Шулай ҙа кешеләр менән яҡындан аралашып йәшәүҙең ҡәҙере тағы ла нығыраҡ күтәрелде был бөтә донъя халыҡтары өсөн дә көтөлмәгән ауыр һынау көндәрендә.
Һағындырҙығыҙ күҙгә күҙ ҡарашып, йылмайышып, ҡул бирешеп, шарҡылдап көлөшөп, ҡайһы саҡ ҡайғы-һағыштар, серҙәр бүлешеп йәшәгән ижадташтарым, рухташ тиҫтерҙәрем, өлкән һәм кесе таныштарым, замандаштарым!
Кемдең кем икәнлеге нығыраҡ асыҡлана торған осорҙа кешелек бәҫебеҙҙе төшөрмәйенсә, мәңгелек ҡиммәттәрҙе тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә өйрәнеп сыға алһаҡ ине. Байтаҡ йылдар элек был ҡиммәттәр хаҡында шиғыр ҙа яҙғайным. Ул ҡиммәттәр минеңсә – матурлыҡ, мөхәббәт, изгелек. Шиғырым һуңғы йылдарҙа Урал Иҙелбаев көйөнә йыр булып сәхнәләрҙән, радио-телевидение аша йыш ҡына башҡарыла. Был юлы уны һеҙгә бүләк итеп ебәрәм. Изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын, дуҫтар.
Ер йөҙөнә яралғандан бирле
Өс таяуҙа йәшәй кешелек;
Кешеләрҙе һәр саҡ кеше иткән,
Ер шарына яҡтылыҡ,нур һипкән –
Матурлыҡ, мөхәббәт, изгелек.

Ерҙе күккә илаһи көс бәйләй,
Көн дә ал таң булып атырлыҡ.
Аҙаштырһа тормош һуҡмаҡтары,
Дөрөҫ юл күрһәтә беҙгә бары
Мөхәббәт, изгелек, матурлыҡ.

Ерҙе наҙлап ҡояшлы яҙ килһә,
Йәшәрә лә китә тәбиғәт.
Беҙҙең ғүмерҙән дә йырҙар ҡалыр,
Киләсәккә һәр саҡ әйҙәп барыр
Матурлыҡ, изгелек, мөхәббәт.
Читайте нас: