Яҡташыбыҙ Нурия апайҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм уға иҫәнлек-һаулыҡ, именлек, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Тыуған көндәр һәр саҡ ҡотло булһын!
Һыҙылып та атһын ал таңдар,
Айлы кистәр сағыу нурын бөркһөн,
Сәскә таждарына ысыҡ ҡунһын,
Көн дә ҡояш күктә балҡыһын,
Аллаһ үҙе ҡурсып, һаҡлап торһон
Ергә тыуған һәр бер балаһын.