Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
17 Февраль 2020, 19:30

Бирешмәгеҙ, Нурия апай!

Ваҡыт дауа, тиҙәр, сабырлыҡтар менән быныһын да үткәреп ебәрергә яҙһын.

Яҡташыбыҙ, күптәрҙең яратҡан йырсыһы, композитор, диктор Нурия Абдуллинаның лейкемия менән ауырыуын, ошо сиргә ҡаршы көрәшеүен беләбеҙ. Аллаға шөкөр, йырсы "Бәйләнештә" сайтында үҙенең хәл-әхүәлдәрен белдереп тора. Яҡташтары, меңәрләгән тамашасылары уның хәле менән ҡыҙыҡһына, борсола, тиҙерәк аяҡҡа баҫыуын теләй.
“Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә бына нимәләр яҙа Нурия апай: “Хәйерле көндәр һеҙгә, минең ҡәҙерлеләрем! Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте һәм һеҙҙең ярҙамығыҙ менән яман сир тырнағынан ысҡынып, һауығыуға табан аҙымдар яһайым. Минең өсөн Ҡөрьән китабын, доғалар уҡып, салауаттар әйтеп, рухи яҡтан да, матди яҡтан да ярҙам ҡулы һуҙғандарҙың барыһына ла йөрәк түремдән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм.
Анализдарҙың һөҙөмтәләрен алдыҡ, Аллаға шөкөр, ремиссия дауам итә. Әммә һаман да көслө дарыуҙар эсергә тура килә, шуныһы дөйөм хәлгә бер аҙ кире йоғонто яһай. Ваҡыт дауа, тиҙәр, сабырлыҡтар менән быныһын да үткәреп ебәрергә яҙһын”.
Амин, шулай булһын! Бирешмәгеҙ, Нурия апай, иҫәнлек-һаулыҡ һеҙгә!
Фото/Нурия Абдуллинаның "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһенән.
Читайте нас: