Таһир Нурый улы – бөтә күңеле менән тыуған яғы өсөн янып-көйгән һәм үҙе тыуып үҫкән ауылы хаҡына бик күп изге эштәр атҡарған тәрән белемле, һәр яҡлап һәләтле шәхес. Уны бында олоһо ла, кесеһе лә ихтирам итә. Бөгөн дә Түбән Әүрез ауылында барған ваҡиғалар уртаһында ҡайнап, бындағы күп кенә изге эштәрҙе башлап йөрөүсе лә ул.
Ошо көндәрҙә мәктәптә “Шәжәрәм – нәҫел ағасым” тип аталған күркәм сара үтте. Унда хөрмәтле ҡунаҡ булараҡ, Таһир Ахунов та саҡырылғайны.
- Үҙ ата-бабаларын хәтерләмәгән һәм хөрмәт итмәгән кеше – тамырһыҙ ағас кеүек. Уның таянырлыҡ нигеҙе юҡ, - тип башланы сығышын “Село Нижнее Аврюзово. Сельские династии и их шежере” китабы авторы Таһир Нурый улы. Уның ауылға нигеҙ һалыусылар, ата-бабаларының элек нимә менән шөғөлләнеүҙәре, ауылда нисә йорт булыуы, халыҡтың нисә дисәтинә ере, күпме мал-тыуар аҫрауы хаҡында һөйләүен балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Артабан инде уҡыусылар үҙҙәре нәҫел-ырыуҙары тураһында фәнни-тикшеренеү эштәрен һәм рефераттарын тәҡдим итте.
Таһир Ахуновтың башланғысы менән бөгөн Түбән Әүрез ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл яңыртыла. “Егеттәр, ошо эште лә атҡарып сыҡһаҡ, бик шәп булыр ине. Был һәйкәлдә утлы яуҙа ҡатнашҡан бөтә яҡташтарыбыҙҙың исемдәре мәңгеләштереләсәк, был – беҙҙең изге бурысыбыҙ”, - тип мөрәжәғәт итте ул уҡыусыларға.
Ауыл биләмәһе башлығы Рәмзил Фәйрушин фәһемле әңгәмә өсөн Таһир Нурый улына рәхмәт белдерҙе һәм: "Беҙ ошондай яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм күрһәткән ярҙамдары өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Бөгөнгө дәрес һәр уҡыусының күңелендә оҙаҡ һаҡланыр", - тип билдәләне.
Осрашыу аҙағында Таһир Ахунов мәктәпкә күп йыллыҡ ентекле хеҙмәт һөҙөмтәһе булған тикшеренеү эшенең электрон вариантын бүләк итте, унда ауылда йәшәүсе бөтә ғаиләләрҙең шәжәрәләре тупланған. Абруйлы яҡташтары ҡышҡы каникулда Өфө аквапаркына саҡырып, балаларға Яңы йыл бүләге лә эшләне.