Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
10 Октябрь 2019, 11:13

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата. Бер фотоһүрәт тарихы

Дауаланыу үткәндән һуң олатайыма отпуск бирәләр һәм ул тыуған ауылы Һартбашҡа ғаиләһе янына ҡайта.

Минең олатайым Абдрахман Хәлиуллин (әсәйемдең атаһы) һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа китә. 1941 йылдың аҙағында ул яраланып госпиталгә эләгә.

Был фотола ул яраланғандан һуң Брянск госпиталендә тар тимер карауатта ята, ҡулында - “Брянская правда” гәзите. Уҡырға яйлы булһын өсөн мендәре бер аҙ күтәрелгән. Эргәһендәге ағас артлы ултырғыста башҡа гәзиттәр ҙә ята.

Дауаланыу үткәндән һуң олатайыма отпуск бирәләр һәм ул тыуған ауылы Һартбашҡа ғаиләһе янына ҡайта. Ул ваҡытта уның өс балаһы – Рәсим, Фәһим, Рева була. Ялы бөткәс ул йәнә фронтҡа китә һәм тиҙҙән яҡындары уның һәләк булыуы тураһында “ҡара ҡағыҙ” ала. Ул барған ылау дошман минаһына эләгә. Был хаҡта уның ғаиләһенә һуғыштан ҡайтҡан дуҫы һөйләй. Ҡыҙы тыуыуы тураһында Абдрахман олатайым фронтта саҡта белә. “Бында һуғыш бара, ә өйҙә революция булһын” тип, минең әсәйемә Люциә тип исем ҡушалар, ә унан бер аҙға ғына өлкән апаһының исеме Рева була.

Ире һәләк булғас, Хәлимә өләсәйемдең хәле насарая. Кескәй Люциә лә аслыҡтан бер туҡтауһыҙ илай. Өлкән балалары шешенә. Бер фотоһүрәттә бер йәшлек Фәһимдең аяҡтары шеш, ә өләсәйем шул тиклем арыған, төшөнкө генә ҡиәфәттә ултыра. Тиҙҙән ул да баҡыйлыҡҡа күсә. Балаларҙы балалар йортона алып китәләр, ә Люциәне Мәстүрә һәм Нәғимулла Хисмәтовтар тәрбиәләп үҫтерә.

Зилә ЙӘЛИЛОВА.

Раевка ауылы.

Абдрахман Лотфулла улы Хәлиуллин (1911-1945).

Фото 1941 йылдың декабрендә госпиталдә төшөрөлгән.

Читайте нас: